

«Ҡаҙ өмәләрен”
һуҙмағыҙ!
Эйе, был йолабыҙҙың ваҡыты күптән еткән, кемдер ҡаҙ-өйрәктәрен берәй сәбәп менән әле лә һуймаған икән, ашығыр кәрәк!
Ҡош ҡиҙеүе Башҡортостанда ла етди зыян килтерә бөгөнгө көндә . БР Башлығы Р.Ф.Хәбиров Благовар районында карантин индереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип белдерҙе республика ветеринария идаралығы. Зарарланған биләмәләрҙән ҡоштарҙы һатыу-һатып алыу, һуйыу, урамға сығарыу, сит кешеләрҙе фермаға индереү тыйыла. Ҡоштарҙы юҡ итеү буйынса саралар етди күҙәтеү аҫтында башҡарыласаҡ, башҡа райондарға сығарыуға юл ҡуйылмаясаҡ.
Бәләнең масштабын күҙ алдына килтереү өсөн: Благовар ҡошсолоҡ заводында 83 мең баш ҡаҙ-өйрәк аҫралған, 2-3 меңе сирҙән үлгән дә инде әлеге ваҡытҡа, Домбровка ауылында 13-14 мең баш тәләф булған, Коб-Покровка ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығында – 3 мең баш ҡош тирәһе. Һәм был бәләнең башы ғына бит әле, эпизоотия усаҡтарында баш ҡош-ҡорт тулыһынса юҡ ителергә тейеш. Ә сир ныҡ йоғошло.
Благовар районы Учалыбыҙҙан сағыштырмаса йыраҡ булһа, һуңғы арала беҙгә терәлгән Силәбе, Свердловск өлкәләрендә лә ҡош киҙеүе таралды.
-Һалыуҙың төп таралыу юлы – көньяҡҡа осҡан ҡырағай ҡоштар тип иҫәпләнә, - ти Учалы ветстанцияһы начальнигы урынбаҫары Самат Әлхәмов.- Был дәүер артта ҡалды, тик бына урында ҡышларға ҡалған ҡырағай ҡоштар миграцияһы ла ҡурҡыныс. Башҡортостан биләмәләрендә ҡош киҙеүенән һәләк булған күгәрсен, турғай, ҡарабаш турғай кәүҙәләре табылыуы хәүефкә һала. Шуға ла, ҡышҡа ҡалдырылған йорт ҡоштарын бер ҡайҙа ла сығармай тик аҙбар эстәрендә аҫрар кәрәк. Ихата тирәһендә осҡолаған күгәрсен-турғай менән бергә буталыуы –үлемесле хәүеф!
Самат Туҡай улының әйтеүенсә, ем, тере ҡоштарҙы, ҡошсолоҡ продукцияһын махсус тәғәйен урындарҙа, магазиндарҙа ғына һатып алыу шарт. Осраҡлы урында билдәһеҙ һатыусынан тикшерелмәгән тауар алып, кешенең үҙе лә инфекция йоҡтороуы ихтимал. Емде ҡоштарға бешекләп ашатыу кәңәш ителә, ә иң хәйерлеһе – барыһын да кисектермәй һуйыу. Хоҙай ҡушһа, киләһе яҙ бәпкә-себеш алырға форсат сығыр әле.
Ҡош-ҡорт киҙеү менән сирләгәненә саҡ ҡына шик булһа, шундуҡ ветеринарҙар саҡырығыҙ. Телефон – 6-12-16, 6-12-56.
Кәңәш алыу, хәүефле хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәр итеү өсөн БР Ветеринария идаралығында түләүһеҙ “ҡыҙыу линия” ла булдырылған - 8 800 775 58 28.
Инфекцияның клиник билдәләре: ҡоштарҙың ашауҙан баш тартыуы, температураһы күтәрелеүе йә кинәт ятып үлеүҙәре. Айырыуса уяу булайыҡ инде, йәмәғәт. Эйе, ҡош киҙеүе кешегә сағыштырмаса аҙ йоға, ти,әммә сикһеҙ ҡоторған коронавирус менән бер төптән тотона башламаһындар, тип теләнәһе генә ҡала!