

Иртәгә, 26 ғинуар көнө, Бөтә Рәсәй бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙең берҙәм көнө була. Был сара тотош ил буйынса ойошторола.
Халыҡҡа юғары квалификациялы юридик ярҙам, бушлай консультациялар күрһәтеү был сараның маҡсаты булып тора.
Граждандарға ҡануниәтте аңлатыу, уларҙы борсоған һорауҙарға компетентлы яуап биреү ҡаралған. Халыҡты ҡабул итеүҙә БР Прокуратураһы, БР буйынса суд приставтарының федераль хеҙмәте, БР буйынса Рәсәйҙең Юстиция министрлығы, республиканың адвокаттар, нотариаль палаталары һәм башҡа ведомство вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Ҡабул итеү барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеп уҙғарыла.
Фото: zoon.ru