

Зөһрә Вафир ҡыҙы 1961 йылдың 14 октябрендә Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында етенсе бала булып Әминә һәм Вафир Шәриповтарҙың ҙур татыу ғаиләһендә донъяға килә. Башланғыс класты ауыл мәктәбендә тамамлағандан һуң уҡыуын Өфө ҡалаһындағы 1-се һанлы Республика интернат-мәктәбендә дауам итә.
-11 йәштә ата-әсәйеңде, туғандарыңды һағынмайса мөмкин түгел, тик ул ваҡытта интернатта бик күңелле ине, - ти Зөһрә Вафир ҡыҙы. - Оло йөрәкле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр беҙҙең кескәй йөрәктәребеҙгә юл таба белделәр, илап ултырырға ваҡыт та юҡ ине. Мәктәптә төрлө түңәрәктәр эшләй ине.
Булмышы менән актив бала Сәғәҙиев Иҙел Һаҙый улы ойошторған хор, Вилә Ғилмияр ҡыҙы етәкселегендәге бейеү түңәрәгенә йөрөп, мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа актив ҡатнаша. Спортты яратҡан ҡыҙ Рәүеф Ғәзиз улы етәкләгән еңел атлетика командаһы составында ҡалала үткән ярыштарҙа ла беренселекте бирмәй.
10-сы класты тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент саҡ - күңелле саҡ. Иң яҡты онотолмаҫ хәтирәләр ҙә, әлбиттә, студент йылдары менән бәйле. Йыл һайын студент отряды составында ҡатнаша, йәйге каникулдарын хеҙмәт менән үткәрә. Төркөмдәше Фәнил Сәфа улы Мәүлитҡолов менән яратышып өйләнешәләр. Мөхәббәт емештәре булып 1985 йылда кыҙҙары Динә, һуңынан улдары Азат менән Фәрит донъяға килә. Балалары өсөһө лә юғары белемле, рухлы.
1985 йылдан алып Зөһрә һәм Фәнил Мәүлитҡоловтар Рәсүл ауылында балаларға белем бирәләр. Фәнил Сафа улы 22 йыл Рәсүл урта мәктәбе директоры булып эшләй, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Зөһрә Вафир ҡыҙының да хеҙмәтен хөкүмәтебеҙ юғары баһалай, ул - Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, 2006 йылда Рәсәй Федерацияһының алдынғы уҡытыусыһы конкурсында еңеп, Рәсәй грантына лайыҡ була. Мәктәптә тынғыһыҙ уҡытыусы дәрес уҡытыу менән генә сикләнмәй: район һәм республика кимәлендә саралар ҙа гөрләп үтеп тора. Сит өлкәләрҙә башҡорт теле дәрестәре индерелгәс, күрше Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш районы мәктәптәрендә, йәш уҡытыусыларға ярҙам йөҙөнән, өлгөлө дәрестәр ҙә күрһәтә.
Зөһрә Вафир ҡыҙы бәхетле өләсәй ҙә - ике ейәнсәре -Айгөл, Азалия, дүрт ейәне - Шамил, Айрат, Фидель, Асланға ҡыуанып йәшәй, балаларына ярҙам итешеп, уларҙың уңыштарына шатлана, ғорурлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәнил Сафа улы 2014 йылда вафат булып ҡалды. "Тормош иптәшем менән беҙ бер-беребеҙҙе тулыландырып, аңлап, ярҙам итешеп йәшәнек", - ти Зөһрә апай. Фәнил Сафа улы берҙәм татыу коллектив тупланы, коллегалары, уҡыусылары, ата-әсәләр уны бөгөн дә һағынып иҫкә ала.
2017 йылдан алып Зөһрә Вафир ҡыҙы Сорғот ҡалаһында ҡыҙы Динә менән йәшәй. Динә Фәнил ҡыҙы Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген етәкләй. Әлеге көндә лә Зөһрә Вәфир ҡыҙы үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, киләсәк быуынға башҡорт теле һәм мәҙәниәтен танытыуҙа ҙур өлөш индерә, милли сараларҙа әүҙем ҡатнаша, дәрестәр үткәрә, төрлө осрашыуҙар ойоштора. Башҡортостан республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Ошо көндәрҙә Зөһрә Вафир ҡыҙы үҙенең 60 йыллыҡ күркәм юбилейын ҡаршыланы. Уға ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған оҙон ғүмер, эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.