Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
25 Ноябрь 2021, 06:25

Яңы йылға ,быйыл һырғалаҡтар эшләрҙәрме?

Яңы законға ярашлы, быйыл бөтә ил буйынса тимерҙән, ағастан, боҙҙан, ҡарҙан эшләнгән һырғалаҡтар ҙа сертификатлы булырға тейеш. 

Яңы йылға ,быйыл һырғалаҡтар эшләрҙәрме?Яңы йылға ,быйыл һырғалаҡтар эшләрҙәрме?
Яңы йылға ,быйыл һырғалаҡтар эшләрҙәрме?

Яңы законға ярашлы, быйыл бөтә ил буйынса тимерҙән, ағастан, боҙҙан, ҡарҙан эшләнгән һырғалаҡтар ҙа сертификатлы булырға тейеш. Власть органдары быны халыҡтың хәүефһеҙлеген ҡайғыртыу менән аңлата.

40 см-ҙан да бейек бөтә һырғалаҡтарға ла рөхсәт - сертификат булырға тейеш. Документың булмаһа, тимәк, һин законды боҙаһың булып сыға. Ә бындай сертификаттар Башҡортостанда бирелмәй, уның ҡарауы Магнитогорскиҙа эшләйҙәр икән.

Бер уйлағанда, Өфөгә ҡарағанда, Учалыбыҙға Магнитогорск терәлеп тора тигәндәй.

Учалы балалары быйыл һырғалаҡһыҙ ҡалмаҫ, тип ышанайыҡ. Яңы йылдың йәме бит инде ул, шаярып-көлөп һырғалаҡтарҙан шыуыу.  

Фото: twitter Kcb42bnxBDg52qD

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас