Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
25 Ноябрь 2021, 08:30

Көн йылыта

Башҡортостанда иртәгәнән башлап көндәр йәнә йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Көн йылытаКөн йылыта
Көн йылыта

Башҡортостанда иртәгәнән башлап көндәр йәнә йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, йома, 26 ноябрҙә, республикала бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ көтөлә. Юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, талғын, урыны менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә -5-10 градус. Аяҙытҡанда -11,-16,  көндөҙ иһә -0,-5 градус. 

Шәмбе, 27 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, талғын.

Һауа температураһы төндә - 3-8, аяҙытҡанда 13 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ һауа температураһы 0,-5 градусҡаса күтәрелә.

Бөгөн республикала һауа температураһы көндөҙ 5-10 градус була.

"Башинформ"

Автор:Алия Даутова
Читайте нас