Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
26 Ноября 2021, 08:45

Радий Хәбиров Кемерово өлкәһендәге шахтала һәләк булғандарҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кемерово өлкәһенең «Листвяжная» шахтаһында һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

Радий Хәбиров Кемерово өлкәһендәге шахтала һәләк булғандарҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаштыРадий Хәбиров Кемерово өлкәһендәге шахтала һәләк булғандарҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты
Радий Хәбиров Кемерово өлкәһендәге шахтала һәләк булғандарҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кемерово өлкәһенең «Листвяжная» шахтаһында һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

Үҙәк матбуғат саралары хәбәр итеүенсә,  25 ноябрҙә шахтаның елләтеү штректарының береһендә шартлау яңғыраған. Һөҙөмтәлә, 52 кеше вафат булған, шул иҫәптән ҡотҡарыусылар ҙа.

Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:

«Башҡортостан халҡы исеменән «Листвяжная» шахтаһында кешеләр һәләк булыу сәбәпле ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам.

Был фажиғә йөрәктәребеҙҙе тетрәтте. Ошо көндәрҙә бөтә Кузбасс халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ.

Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ, батырлыҡ, рух ныҡлығы теләйем. Зыян күргәндәр тиҙерәк һауыҡһын».

Сығанаҡ: "Башинформ"

Фото: top.news.ru

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас