Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
29 Ноябрь 2021, 09:05

Бүреләр һөжүмен башлаған

Бүреләр малдарҙы аямай

Бүреләр һөжүмен башлағанБүреләр һөжүмен башлаған
Бүреләр һөжүмен башлаған

Ошо көндәрҙә интернетта Баймаҡ районынан видеояҙма таралды: Сереккүл буйында алты бүре өс йәшлек байталды йыҡҡан. Уның кадр артындағы хужаһы, кисә лә бер башты алғайнылар, ти.

Шулай уҡ Йылайыр районында ла инәһе менән йөрөгән ҡолондо бүре алып киткән. Бейә малы, йыртҡыстан ҡасыпмы, ҡолонон яҡлапмы, түшенә ағас ҡаҙалдырған. Дүрт көн бахырҡайҙы алып ҡайта алмағандар. Ахырҙа урманда һуйырға мәжбүр булғандар.

Ә Ғафури районының Толпар ауылында бүре ауылға уҡ килгән. Туйымлыҡ эҙләп бер йорт ихатаһына ингәс, унда ҡуйылған ҡапҡанға эләккән. Видеояҙмала тәпәйе ҡапҡанға эләккән ерҙә ятҡан хайуан күренә.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:Алия Даутова
Читайте нас