Яҡташыбыҙ, Ҡунаҡбай ауылы егете Адик Шәймәрҙәновтың «7 Егет» проектында ҡатнашыуы тураһында яҙғайныҡ. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы, ете егет тә бүләккә ат алырға ныҡ тырышты. Ниһайәт, ошо көндәрҙә еңеүселәр билдәле булды. Проекттың еңеүсеһе булып Адик Шәймәрҙәнов танылды. Егет Өфө Башҡорт дәүләт университетының 5 курсында белем ала. Был проектҡа барырға теләге күптән булған икән. Быйыл бик күп дуҫтары был проектта ҡатнашыуын һорағас, бер нимәгә ҡарамай риза булған. Еңеүсегә төп приз - башҡорт тоҡомло ат бирәсәкбеҙ, тигәс, тағы ла сәмләнгән һәм юҡҡа түгел. Яҡташыбыҙҙы ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Афарин! Ата-әсәһе Эльвира һәм Малик Шәймәрҙәновтарҙы ла ҡотлайбыҙ, улдары менән ғорурланырылыҡ, әлбиттә!