

Руфина Атйетәрова Сәфәр ауылы ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағас, штукатур-маляр, ашнаҡсы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Мейәс ҡалаһында башлай. Тормош иптәше Алмас Сәләхитдин улы менән дә шунда таныша. Йорт хужаһы Ҡорама ауылы егете, "Алтын яр" йәмғиәтендә экскаватор машинисы булып эшләй. Эше тынғыһыҙ, ауыр булһа ла, һис зарланмай ғаилә башлығы, өйөн дә гөлдәй итеп тота, балаларын да иғтибарҙан өҙмәй, эшендә лә өлгөрә. Атйетәровтар ғаиләһендә бер-бер артлы биш бала буй еткерә: беренсе емештәре Лиана, икенсеһе - Марат, игеҙәктәр Артем һәм Арсен һәм төпсөктәре ике йәшлек Сабина.
Был ғаиләлә бала тәрбиәләүгә айырыуса яуаплы ҡарайҙар. Руфина Айрат ҡыҙы үрнәкле әсәй һәм бик яҡшы хужабикә. Хеҙмәт һөйөү, яуаплылыҡ хисе һәм изгелекле күңел - уны характерлаусы төп сифаттар. Ата-әсә балаларын күңел йылыһын биреп, хеҙмәткә өйрәтеп, һәр ҡайһында яуаплылыҡ хисе, туғандары һәм тирә-яҡтағыларға ҡарата хәстәрлек хисе тәрбиәләп үҫтерә. Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән, тигәндәй, өлгөлө ғаиләнең балалары ла, шөкөр, тәртипле, олоға - ололоҡло, кесегә - кеселекле.
-Йорт-ҡура араһында балалар - иң төп ярҙамсыларыбыҙ. Мал ҡарашырға булһынмы, ҡош-ҡорт көтөргә, баҡса үҫтерешергә, бесән мәлендә ярҙам итергә, емеш-еләк йыйырға бик әүәҫтәр. Йәйен емеш-еләк йыйып үҙҙәренә телефон, планшет, үҙҙәренә кәрәк-яраҡтар алдылар әле бына.
Өлкән ҡыҙҙары Лианаға 21 йәш, Көньяҡ Урал Дәүләт пеҫдагогия университетында уҡыуын тамамлап, ҡалабыҙҙың "Ҡыҙыл башлыҡ" балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп йөрөй. Маратҡа 19 йәш, ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы, Артем менән Арсен 8-се класта уҡыйҙар, спортты үҙ итәләр - баскетбол менән шөғөлләнәләр. Руфина Айрат ҡыҙы бәләкәстәре менән декрет ялында.
-Үҙем дә, тормош иптәшем дә күп балалы ғаиләлә үҫтек. Бәләкәйҙән үк бер-береңә терәк-таяныс булып, кәрәк ваҡытта бер һыныҡ икмәкте бишкә бүлешеп, дуҫ-татыу үҫкәс, туғанлыҡ ептәре ғүмер буйы оҙата бара. Балаларымдың да бер-береһе өсөн йән атып тороуын күреп, ҡыуанып бөтә алмайым. Әле Ҡорама ауылында гөрләтеп донъя көтәбеҙ. Ауыл ерендә торғас малды ишле тотоу - үҙе бер килем сығанағы. Бесәнен әҙерләргә трактор ҙа хәстәрләп алғанбыҙ, - тип һөйләне хужабикә.
Ҡыҫҡаһы, ғаилә башлығынан башлап, барыһы ла афариндар. Руфина үҙе нимәгә тотонһа ла, маҡсатына ирешмәйенсә, туҡтап ҡала торған заттан түгел. Төрлөләндереп аш-һыуын ғына түгел, торттар ҙа бешерергә әүәҫ икән.
-Биш балаға әсәй булыуым - иң ҙур бәхетемдер. Балаларыбыҙҙың изгелеген күреп, тормош иптәшем менән, Аллаһ бирhә, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙhын, - ти хужабикә.
Сабыйҙарҙың киләсәктә кем булып үҫеүе атай-әсәйҙең тәрбиәһенән, хәстәренән тора. Атйетәровтарға ҡыҙҙарын һәм улдарын лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереп, оло тормош юлына сығарып, игелектәрен күреп, уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәргә насип булһын.
Вилиә ЯНБАЕВА.