

Юл инспекторҙары төнгө 3-тә Учалы ауылында “Митсубиси” автомобилен туҡтата. Ҡулдан яһалған тағылма таҡҡан була, унда – тимер-томор тейәлгән. Водитель һәм пассажир, бер әбейҙән алғайныҡ, тип баш бутап ҡанғыралар, әммә полицейҙар эштең айышына тиҙ төшөндө.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы фаразы буйынса, 25 һәм 29 йәшлек Учалы ауылы егеттәре төндә Учалы ҡалаһындағы гараж кооперативына барып, лом ярҙамында йоҙаҡтарҙы ҡутарып ташлайҙар, 3 гараждан байтаҡ тимер изделиелары, автомобиль тәгәрмәстәре, велосипед, тегеү машинаһы сәлдерәләр. Ҡулдан яһалған автомобиль тағылмаһы ла - ошонда уҡ урланған техника, ти.
“Барымта” егеттәр өсөн насар тамамланды – “урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Мәғлүмәт сығанағы - https://02.xn--b1aew.xn--p1ai/news/item/27159501/