Учалы районы суды мышы атҡаны өсөн яҡташыбыҙға хөкөм ҡарары сығарҙы. Республика прокуратураһының пресс-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғинуар айында ғәйепләнеүсе һунарға лицензияһы булмай тороп үҙенең «ИЖ-43» мылтығынан мышы атып ала, түшкәһен эшкәртеп машинаһының багажнигына һалып алып өйөнә алып ҡайта. Һөҙөмтәлә тәбиғәткә 320 мең һум зыян килтерә. Тикшереү барышында тулыһынса үҙенең ғәйебен тана, ҡылығы өсөн үкенә һәм зыян килтергәне өсөн 80 мең һум түләй.
Суд уға бер йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итеү һәм эш хаҡының 10 процентын дәүләт ҡаҙнаһына түләргә тигән ҡарарын сығара, шулай уҡ һунар мылтығын да конфискациялайҙар. Суд прокурорҙың зыянды ҡаплатырға тигән дәғүә белдереүен дә үҙ көсөндә ҡалдыра. Хөкөм ҡарары әлегә законлы рәүештә үҙ көсөнә инмәгән.