Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
29 Ноября 2021, 10:00

Һөйләмәгеҙ миңә ғәйбәт

Һөйләмәгеҙ миңә ғәйбәт...Мин сүп һауыты түгел дә,Ташламағыҙ сүп-сарҙы.Һөйләмәгеҙ миңә ғәйбәт,Һөйләмәгеҙ юҡ-барҙы.Донъя ығы-зығыһынанКүңел былай ҙа тулы.Насарлыҡтан, яманлыҡтанҠайҙа ҡотолоу юлы?Ҡай саҡ тормош үҙе тотошБер сүп һауыты һымаҡ.Ошондай көнитмештәрҙәИхластар һирәк ҡунаҡ.Күңелдәрҙе яҡтыртайыҡЙәйғор балҡыштарынан.Ғүмерҙәрҙе – шатлыҡтарҙан,Бәхет алҡыштарынан.Зөһрә Ҡотлогилдина.  

Һөйләмәгеҙ миңә ғәйбәтҺөйләмәгеҙ миңә ғәйбәт
Һөйләмәгеҙ миңә ғәйбәт
Һөйләмәгеҙ миңә ғәйбәт...

Мин сүп һауыты түгел дә,
Ташламағыҙ сүп-сарҙы.
Һөйләмәгеҙ миңә ғәйбәт,
Һөйләмәгеҙ юҡ-барҙы.

Донъя ығы-зығыһынан
Күңел былай ҙа тулы.
Насарлыҡтан, яманлыҡтан
Ҡайҙа ҡотолоу юлы?

Ҡай саҡ тормош үҙе тотош
Бер сүп һауыты һымаҡ.
Ошондай көнитмештәрҙә
Ихластар һирәк ҡунаҡ.

Күңелдәрҙе яҡтыртайыҡ
Йәйғор балҡыштарынан.
Ғүмерҙәрҙе – шатлыҡтарҙан,
Бәхет алҡыштарынан.
Зөһрә Ҡотлогилдина.
 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас