

Беҙгә яҡын Баймаҡ районында карантин иғлан ителгән. Шәхси йорт һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында нодуляр дерматит асыҡланған. 200 баш һыйыр малы юҡ ителәгн, ти.
Нодуляр дерматит ауырыуы нисек бара? Мал ябыға башлай, аппетиты бетә, морононан һоро төҫтә лайла сыға.
Лимфа системаһы зарарлана, биҙгәк тота, тире аҫтындагы күҙәнәктәр, эскке органдар елһенә, шешенә, тирелә төйөрҙәр барлыҡҡа килә, күҙ, тын юлдары, аш эшкәртеү системаһы зарарлана.
Һыйырҙарҙың һөтө ҡуйыра, алһыу төҫ ала.Ә бына яңы тыуған быҙауҙарҙа нодуляр дерматитты асыклау ҡыйын. Уларҙың тиреләре боҙолмай, төйөнләнмәй, бары эстәре китә һәм биҙгәк тота.
Был йоғошло сир һарыҡ-кәзәгә күсеүе бар, ә кешегә зыян килтереүе тураһында мәғлүмәт юҡ.
Нодуляр дерматиттан 10 процент малдар ғына ятып үлә, әммә хәлһеҙләнгән организмдарға икенсе төр инфекциялар йоғоуы бик тә ихтимал.
Был вирусты төбәгебеҙгә керетмәҫ өсөн мал тотҡан яҡташтарыбыҙ күҙәтеүсән һәм яуаплы булырға тейеш, ти Учалы ветстанцияһы начальнигы урынбаҫары Самат Әлхәмов.
Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү бик мөһим:
-тейешле документтары булмаған малды, малсылыҡ продукцияһын, мал аҙығын бер рәүештә лә ҡайтартмаҫҡа, күсереп йөрөтмәҫкә;
-мал һатып алыу, һуйыу, итен һатыу кеүек эштәрҙе ветеринарҙар менән килешкән рәүештә башҡарырға;
-мал сирләүгә саҡ ҡына шик булһа, шундуҡ участка ветеринарҙарына хәбәр итегеҙ. Белешмә өсөн ветстанция телефондары – 6-12-16, 6-12-56.