

Сәйәси низағтар үлемесле сиргә ҡаршы көрәш менән буталмаһын ине! Бына, мәҫәлән, ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыуға ҡаршы сыҡҡандар юҡ түгел. Шул иҫәптән бәғзе билдәле шәхестәр еңмешлектәренә баш була алмай. Шуға ла Мәскәү дауаханаларының 11 баш табибы ундайҙарға Асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте. Дауаханаларға, “ҡыҙыл зоналарға” килеп, профилактика сараларын инҡар итеү ниндәй эҙемтәләргә килтереүен үҙ күҙҙәре менән күрергә тәҡдим итәләр. Бик хуп! Тик бына ниңәлер адресаттарҙың исемлеге башында КПРФ менән “Справедливая Россия” лидерҙары Геннадий Зюганов һәм Сергей Мироновтар күрһәтелгән. Аптырашта ҡалып, интернетта соҡонғайныҡ, икеһе лә үҙҙәре күптән укол ҡуйҙырған, икеһе лә вакцинацияға ҡаршы түгел, ә ни бары кампания үткәргәндә саманан тыш ҡаты саралар ҡулланмаҫҡа өндәгәндәр. Ә бит күп телетамашасылар, эштең айышына төшөнмәйенсә, хатта, Зюганов та прививка ҡуйҙырыуға ҡаршы икән, нимәлер беләлер, тимәк, миңә лә ашығырға кәрәкмәҫ, тип төптән яңылыш һығымта яһауы ихтимал. Геннадий Андреевич, әйткәндәй, Асыҡ хатҡа яуабында, “ҡыҙыл зоналарға” икенсе әфәнделәргә экскурсия үткәрергә тәҡдим итте – медицина системаһында оптимизация-яптымизация ойоштороусыларға.
Любек ҡалаһы (Германия) аэропортында яңы пункт асыла, йөҙәрләгән кеше ковидҡа ҡаршы укол яһатырға сиратҡа баҫа. Хоҡуҡ һаҡлауылар тикшерә башлаһа, был төр вакцина рәсми рәүештә теркәлмәүе, уны аэропорт хужаһы (шулай уҡ медицина докторы) Виндфрид Штекер уйлап табыуы асыҡлана. Баҡһаң, 2020 йылдың апрель айында уҡ яңы вакцина сығара, үҙендә һынап ҡарай. Өлгәләрҙе медицина учреждениеларына тикшереүгә ебәрә, унда эффектлылығын раҫлайҙар һәм.... һәм шуның менән вәссәләм! Вакцина етештереү әлеге мәл ғәйәт ҙур бизнес бит инде, ситтәрҙе унда яҡын да йөрөтмәйҙәрҙер. Һәр хәлдә лә, тейешенсә теркәлмәгән препаратты ҡуллана башлаған өсөн Штекер әфәндегә енәйәт эше ҡуҙғатҡандар. Заманы шул бит инде – тейеүе шарт түгел, шартлауы шарт.
Саманан тыш ныҡ бөгә башлаһаң, һына ла ҡуя инде ул! Тәмекәгә хаҡ туҡтауһыҙ күтәрелгәс, насар ғәҙәттән ҡотола алмаған граждандар урау юлдарҙы әүҙемерәк эҙләй башланы. Сер түгел инде, магазиндыҡынан ике тапҡыр осһоҙ, легаль булмаған Белоруссия йә Ҡаҙағстан тәмәкеһен дә табырға була. Рәсәй баҙарында легаль булмаған тәмәке продукцияһы быйыл 10 тапҡыр (!) артты, федераль бюджет ошо арҡала 295 миллиард һум алып еткермәйәсәк, тип фаразлай эксперттар.
Уйындан уймаҡ сығыу осраҡтары йышая башланы. Өс ҡаҙаҡ блогеры, интернетта “ирмәк” видео күрһәтеү өсөн Мәскәүҙә булғандарында такси саҡырталар. Водитель багажникка әйберҙәрен ҡуйған арала, уны урамда ҡалдырып, автомобиль урындан ҡуҙғала. Оҙаҡ та тормай машина кире килтерелә, водителгә “мәрәкә” ҡоролоуы тураһында аңлаталар. Ошо арала суд үтте, егеттәрҙе 3,5 йылға колонияға ебәреү тураһында ҡарар сығарыла. Эйе, былай ҡыланырға һис тә ярамай, ҡунаҡ булһаң, үҙеңде тыйнаҡ тот, әммә мәгәр хөкөм ныҡ ҡаты түгел микән? Ишетеп торабыҙ бит, сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ҡурҡынысыраҡ енәйәт ҡылыусылар ҙа ҡайһы саҡ еңелерәк яза менән ҡотола...
Мәскәү өлкәһендә 2013 йыл 44 Балалар йорто иҫәпләнгән була, ә бөгөн береһе лә ҡалмаған, тип хәбәр ителде. Әлбиттә, ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙар бихисап ( 23 меңдән ашыу), әммә барыһын да йә уллыҡҡа, йә патронат ғаиләләргә алып бөткәндәр. Етемдәрҙе опекаға алған ғаиләләргә Мәскәү өлкәһе хөкүмәте тос ярҙам күрһәтә икән, шуға ла, дөйөм иҫәпләгәндә, бер балаға айына 50 мең һум тирәһе килеп сыға. Бик хуп, шуныһы ғына үкенесле, Рәсәйҙең уртаса тулы ғаиләһендә балаларға бындай аҡсаға аҫрау тәтемәй.
Көньяҡ Кореялағы Сеул ҡалаһының 300 балалар баҡсаһына роботтар ҡуйылды. Тимер ҡурсаҡтар сабыйҙар менән һөйләшә, бейей-йырлай, кунг-фу күрһәтә. Бар маҡсат – балаларҙы мөмкин тиклем иртәрәк заман технологияларына күндерә башлау. Тормош бик йылдам үҙгәрә бара бит. Беҙҙең байтаҡ ата-әсәләр ҙә йыш аныҡ ҡына ҡарарға килә алмайҙар: бәләкәстән компьютер менән уйнауҙың зыян яҡтары бихисап һымаҡ, ә икенсе яҡтан, бөтөнләй гаджеттар менән уйнатмаһаң, бала тиҫтерҙәре араһында “аҡ ҡарға” булып йөрөйәсәк, быныһы ла яҡшы түгел.
Өфөлә, “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге Яңы йыл шыршыһы янында “Елки-8” фильмының бер өлөшө төшөрөлдө. Был иҫтәлекле ваҡиғала теләге булған һәр кем ҡатнаша алған. Улар ҡурай сәскәһе рәүешендә баҫып, Яңы йыл комедияһы кадрҙарына инеп ҡалды. Проекттың режиссеры һәм продюсеры Антон Богданов биләдләй:” Ошондай уҡ съемкалар Мәскәүҙә, Пермдә, Красноярскиҙа, Төмәндә һәм Саранскиҙа үтте. Яңы йылға арналған комедия прокатҡа 16 декабрҙән сығасаҡ”.
«Беҙҙең бренд. Халыҡтың таныуы» беренсе төбәк аҙыҡ-түлек конкурсы үтте. БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойоштора. Онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Стәрлебаш бауырһағы һәм Көйөргәҙе деликатестары еңеүсе тип танылды. Деликатестар тигәне – “Ватан” ауыл хужалығы-производство кооперативы етештергән колбасалар һәм милли ит ризыҡтары (ҡаҙы, тултырма, ҡарта). ....Һеҙҙең дә һуғымдарығыҙ ҙа көр һәм татлы булһын, яҡташтар, ҡыуана-ҡыуана һыйланырға яҙһын!