Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
1 Декабрь 2021, 03:50

Яза үтә ҡаты!

“Шыршы – 2021”

Яза үтә ҡаты!Яза үтә ҡаты!
Яза үтә ҡаты!

Бөтә республика буйынса “Шыршы – 2021” оператив-профилактик операция бара. Маҡсаты – ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ киҫеүҙәрҙән һаҡлау. Сара 31 декабргә ҡәҙәр дауам итәсәк.

Урман һағы, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, башҡа ҡағылыштары булған учреждение-ойошма вәкилдәре менән берлектә,  дәүләт урман фонды биләмәләрендә рейдтар үткәрә, Яңы йыл шыршылары менән сауҙа урындарын тикшерәсәк. Юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә ҡарауыл дежурҙары торасаҡ, стационар постар ҡуйыла.

Байрам алды дәүерендә законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡҡан өсөн язалар ҡаты. Граждандарға – 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, юридик берәмектәргә – 200-300 мең һум күләмендә административ штрафтар һалына. Бынан тыш, ғәйеплеләр урман фондына килтергән зыянды ла ҡапларға тейештәр. Был зыян 5 мең һумдан аша икән, енәйәт эше лә ҡуҙғатыласаҡ, максималь яза – ғәйепленең 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе.

Әйҙәгеҙ, яҡташтар, бер-беребеҙҙең байрам кәйефен ҡырмайыҡ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас