

“Ҙур өйгә ни кәрәк, бәләкәй өйгә лә шул кәрәк” мәҡәленә таянабыҙ: иң ҙур ауыл ултырағы нисек йәшәй, ҡалған ауылдарыбыҙ ҙа оҡшаш тын алалыр бит. Районыбыҙҙың иң эре ауыл муниципаль берәмеге – Учалы ауыл Советы хакимиәте башлығы Альберт Любик улы Мостафин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Ауыл Советына ҡараған 4 ауылда 8 мең тирәһе кеше йәшәй. Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы уңышлы ғына үтте. 14 иҫәпкә алыусы, 2 бригадир эшләне беҙҙең биләмәләрҙә. Әлегә теүәл мәғлүмәттәр әйтелмәгән, әммә алдан билдәле – кеше һаны кәмей бара, үлем тыуымдан юғары.
-Ә бит Учалы ауылы тирәһендә төпләнеүселәр күп, ҡалғандарға ни үпкә инде....
-Эйе, быйыл торлаҡ сафҡа индереү планы 3300 квадрат метр итеп билдәләнһә, әленән үк 4 мең күрһәткесен ашаҡлап үттек. Тулыһынса шәхси торлаҡ төҙөлөшө иҫәбенә был ҡаҙаныш. Яңы урамдарға барһаң, күңел шатлана – йәштәр өйҙәрен шул тиклем күркәм, күҙ яуын алырлыҡ итеп һала бит! Ә беҙҙең бурыс – тейешенсә инфраструктура менән тәьмин итеү.
-...Һыу менән өҙөкләктәр арҡаһында Учалы ауылы яңыраҡ “Инцидент” системаһына ла эләкте...
-Яҙ-яҙма, иҫке торба кинәт тишелгәс, алыштырғансы күпмелер ваҡыт үтә инде! Ә дөйөм алғанда, проблема кардиналь кимәлдә хәл ителә беҙҙә. “Коммунальщик” предприятиеһы хәҙер нисәмә йыл иҫке тимер торбаларҙы заманса пластикка алмаштыра. Әлеге көнгә 18 километр селтәрҙең яртыһы яңыртылды. Бынан тыш, “Саф һыу” федераль программаһы буйынса 8 километрлыҡ яңы селтәр һалына, әлеге мәл 200 кубометр һыйҙырышлы резервуар ҡоралар, эште быйыл тамамларға вәғәҙәләйҙәр. Һыҙыҡ өҫтөнә алам – элекке (әммә яңыртылған) һәм тулыһынса яңы һыу тәьминәте системалары параллель рәүештә эшләйәсәк.
-Газ тураһында ла әйтеп китер кәрәктер.
-Учалы ауылын газлаштырыу проектының 4-се этабы (“Үҙәк”, “Көнсығыш”, “Көньяҡ-Көнсығыш” микрорайондары) уңышлы атҡарыла. Газ тәңгәлендә бер яҡшы яңылыҡты халыҡҡа еткерергә кәрәктер: элек урамға газ торбалары һалынып та, тыҡрыҡта йә урам осондараҡ торған айырым йорттарға селтәрҙе һуҙыу ҡатмарлы проблемаға әйләнә торғайны. Хәҙер , РФ Президентының айырым указынан һуң, был мәсьәлә еңел хәл ителә башланы. Бындай осраҡтарҙа «Газпром газораспределение Уфа» предприятиеһына мөрәжәғәт итер генә кәрәк, йорт биләмәләренә тиклем селтәр дауам иттереләсәк, ти, ҡалғаны инде – хужаның үҙенең бурысы.
-Юлдар тураһында ла телгә алып китәйек.
- Беҙҙең ҡарамаҡта – 90 километр самаһы килеп сыға. Быйыл яңы микрорайондарҙа 5,5 млн һумға шоссе түшәлде, 2 млн һумға асфальтта “тишек ямау” (“ямочный”) ремонты башҡарылды һәм шундай уҡ күләмдә аҡса “юлдарҙы ҡарау” статьяһы буйынса китте – грейдер менән тигеҙләү, знактарҙы яңыртыу һәм башҡа. Зарланырлыҡ та, артыҡ маҡтанырлыҡ та түгел – юрғанға ҡарап аяҡ һуҙабыҙ. Әйткәндәй, хәлдән килгәнсә, урамдарҙы яҡтыртыу эштәре менән дә шөғөлләнәбеҙ, ғүмер баҡый ҡараңғы ятҡан тыҡрыҡтар ҙа юҡ түгел беҙҙә, яңы урамдар ҙа йылдам үҫешә. Иманым камил, һәр ултыраҡ балҡып, яҡтылыҡ бөркөп торорға тейеш – именлерәк тә, йәшәйеш тә күңеллерәк. Тик был тәңгәлдә бер проблема хасил булды: заманында иҫке “ДРЛ” лампаларын ашҡынып заманса диодлы яҡтыртҡыс приборҙарға алмаштырҙыҡ, электр энергияһына сығымдарыбыҙ күрәләтә кәмене (30-40 процентҡа) , тик оҙаҡ шатланып та өлгөрмәнек, диодлы лампалар бик йыш сафтан сыға башланылар. Ишетеп белеүемсә, был хәл башҡа ауылдарҙа ла күҙәтелә.
-Төҙөкләндереү, тормош сифатын яҡшыртыу буйынса һуңғы арала ниндәй ваҡиғаны телгә алырһығыҙ?
-Өргән ауылында яңы, модулле фельдшер-акушер пункты оҙаҡламай асыла. Бынан алдағы йылдарҙа Ҡалҡан менән Һәйтәктә өр-яңы ФАП-тар булдырылды, РТС биҫтәһендәге пунктта капиталь ремонт үтте. Яйлы медицина хеҙмәтләндереүе бөгөнгө көндә халыҡ өсөн иң актуаль мәсьәләләрҙең береһелер.
-Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһына ниндәй ҡараштаһығыҙ?
- Бик ыңғай! Ошо форсат менән ике йыл рәттән Учалы ауылында 5 кубометр һыйҙырышлы сүп-сар контейнерҙары ергә күмеп урынлаштырылды. Бөгөнгө көндә 47 дана (икенсе сығанаҡтар иҫәбенә ҡуйылғандар менән бергә), урамдарыбыҙҙа алам-һалам туҙып ятмай хәҙер. ППМИ буйынса “Барвиха” һәм РТС биҫтәләрендә универсаль спорт майҙансыҡтары пәйҙә булды. РТС-та – баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтарынан тыш, 9 тренажер ҙа урынлаштырылды. Йәнә берәү –Башҡорт гимназияһы биләмәһендә, уныһы икенсе программа сиктәрендә барлыҡҡа килде. Быйыл да спорт майҙансығы проекты менән дәғүә итеп ҡарағайныҡ, конкурста еңергә мәрәйҙәр саҡ ҡына етмәне. Ни эшләйһең инде, ултыраҡ ни тиклем ҙурыраҡ, йыйылыштарҙа халыҡтың ҡатнашыуына (процент күрһәткестәрендә) ирешеү шул тиклем ҡатмарлыраҡ.... Бошонманыҡ, киләһе йыл конкурсына тағын да төплөрәк әҙерлек башланыҡ. Халыҡ һорауы буйынса, “Көньяҡ-Көнсығышы” биҫтәһендә шул уҡ спорт майҙансығы төҙөүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Эйе, киләсәктә бөтә район ауыл ултыраҡтарына ла ППМИ-ға спонсорҙар йәлеп итеү әлегенән ауырлашасаҡ, ләкин был майҙансыҡ булдырғанда бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә теләгән урындағы эшҡыуар менән килештек тә инде.
-Учалы ауылында ла, ҡалалағы һымаҡ саңғы-роллер трассаһы асфальттан һалынған, тик ниңә яҡтыртыу һаман юҡ, тигән дәғүәгә ни әйтерһегеҙ?
-Эйе, Өргән яҡлап Учалы ауылы ситендә трасса барлығын бар, кеше лә байтаҡ йөрөй. Бар бәлә – тейешенсә рәсмиләштерелмәгән, ГЛФ (дәүләт урман фонды) ерҙәрендә ята. Берәй саҡ ауыл ултырағы балансына күсерә алһаҡ, әлбиттә, төҙөкләндереү эштәренә тотонор инек. Әле ни, мөмкинлек килеп сыҡҡан хәлдә лә, был эшкә керешергә хоҡуғыбыҙ булмаҫ ине. ГЛФ ерҙәре менән бик ҡатмарлы инде. Бына, РТС биҫтәһендә рус зыяраты тулып килә, йәнәштән 1,3 гектар майҙан бүлеүҙе үтенеп ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәйбеҙ, РФ Хөкүмәте кимәленә лә барып етттек. Ә ошо көнүҙәк проблема һаман хәл ителмәй, һаман ҡосаҡ-ҡосаҡ документ таптыралар, экспертизалар талап итәләр! Шөкөр, ҡалған зыяраттар ваҡытында киңәйтелгән, тик Бәләкәй Учалыла ғына оҙаҡламай ябып, яңыһын хәстәрләргә тура килерҙер.
- Ер, тигәндәй, ниңә генә халыҡ күп ял иткән Өргән, Ҡалҡан күлдәре берәй йүнсел кешегә ҡуртымға тапшырылмай икән? Тәртип тә, уңайлыҡтар ҙа күберәк булыр ине буғай.
- Минең үҙемә генә нисә тапҡыр был тәҡдим менән эшҡыуарҙар килде! Тик мәсьәләгә төпсөнә башлаһаң, урман фонды, һыу буйы булғас, бихисап сикләүҙәр ҡуйыла, күп ерҙә рөхсәт юллар кәрәк. Ғәҙҙәтә, был хаҡта белгәс, ҡул һелтәйҙәр. Ә әлегә күл буйҙарын үҙебеҙ өмә йыйып таҙартыуҙан бушамайбыҙ. Дөрөҫ, һуңғы дәүерҙә халыҡ күпкә тәртиплерәк була башланы.
-Өргән халҡы күл һайығыу буйынса ла ғауға күтәреп алғайны.
- Нимәгә килтерер, алдан әйтә алмайым, әммә ошо көндәрҙә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатынан эш обьекты ҡабул иттек – Өргәндән Учалы күленә һалынған торба ябылыу ғына түгел, соҡоп алынды, урыны тейешенсә рекультивацияланды. Таусылар Учалы күленән дә алмаясаҡбыҙ, ти, производство ихтыяждары өсөн бер үк күләмде ҡат-ҡат ҡулланасаҡтар. Учалы күлендә лә һыу кимәле элекке ярҙарҙан сигенеүе борсоуға һала, әммә быныһы сәнәғәт эшмәкәрлегенә бәйле булмағандыр, тип уйлайым – хәҙер ҡайҙа ла ятҡылыҡтар һайыға бит.
-Хәҙер ҡайҙа ла берәҙәк йөрөгән эттәр проблемаһы киҫкен тора. Сәфәрҙәге фажиғә лә һабаҡ булманымы?
- Закондар шулай булғас ауыл Советы нишләһен инде! Беҙгә кешеләр ҡарауһыҙ йөрөгән эттәр тураһында хәбәр итә, беҙ – тейешле инстанцияға заявка юллаған булабыҙ. Унан әйтәләр – беҙҙә әлегә махсуслашҡан предприятие юҡ, тағын да аукцион үткәрелеп, берәйһе был эшкә тотонһа, хәбәр итербеҙ... Был шөғөлгә тотоноп уңышлы ғына эшләп китеүселәр булыуын булды, тик бихисап сикләүҙәр менән “тышалып” эш итеү үтә ҡатмарлылыр, ҡул һелтәйҙәр. Ярар, хәл бөтөнләй өмөтһөҙ түгелдер – ветеринарҙар эттәргә бирка ҡуйыу эшен алып бара. Ҡасандыр барыһына ла беркетелә икән, исмаһам, хужаһы кем икәнлеген белеп, ҡарауһыҙ сығарып ебәргәне өсөн административ штрафтар һалыуҙы юллап булырҙыр. Һыйыр малы менән был эш тәртипкә һалынып килә бит: сәсеүлек тапаған, юлдарҙа йөрөгән һыйыр малының ҡолағын фотоға төшөрәбеҙ ҙә, хужаһы кем икәнлеген асыҡлап протокол төҙөйбөҙ, мал эйәһе райондың административ комиссияһына саҡыртылып яза ала. Әйе, мал менән дә ҡатмарлы проблема . Ҡалҡан, Һәйтәк, Өргәндә мал хужалары йә көтөүсе яллай, йә үҙҙәре сиратлап малды көтөүлектәргә алып сыға. Учалы ауылында иһә, ышаныслы көтөүсене бер нисек тә табып булмай – ярайһы эш хаҡына ла әүрәүселәр юҡ.
-Штрафтар тураһында һүҙ сыҡҡас, әйтегеҙ әле – контрафакт, суррогат хәмер һатыусылар бармы?
-Әлбиттә, бар, һәр кемен тиерлек беләбеҙ. Кемдер, һис тә тартынмайынса, хакимиәт бинаһына яҡын торған йортонда ла ҡәһәрле кәсебен алып барҙы... Беҙҙең вәкәләттә шул ғына инде – оялтҡан булабыҙ. Һәм һәр шик тураһында эске эштәр органдарына мотлаҡ хәбәр итәбеҙ.Улар, ғәйепте иҫбатлай алалар икән, штраф һалалар. Үкенес, бик самалы ғына матди яза. Закондар ҡырҡа үҙгәрмәй тороп, был ҡасафаттан тамам ҡотолоу мөмкин микән? Быныһы инде минең компетенция түгел. Шул да аптырата – магазиндарҙа хәмер туп-тулы, ниңә кешеләр саҡ ҡына осһоҙораҡ булыуына ҡыҙығып, шикле, күпселек осраҡта сәләмәтле өсөн үтә зарарлы хәшәрәт шыйыҡсаға ынтыла икән? Һорашып-һорашып, аныҡ ҡына яуап ала алманым. Аҙаҡ терһәк тешләргә тура килмәһен, яҡташтар, бер кемебеҙ ҙә “ҡара бизнесмендарға” килмәй башлаһа, харам сауҙа ла шундуҡ ҡороясаҡ.
-Әңгәмәнең аҙағында вакцинация тураһында ла әйтмәҫһегеҙме?
-Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре тулыһынса тиерлек укол эшләтте, 2 кешенең генә медицина “отводы” бар. Хәҙер ревакцинация көтәбеҙ – үҙем ауырыманым, ауырыйһы ла килмәй! Хакимиәт бинаһында ла бөтә һаҡланыу саралары тейешле күләмдә үтәлә. Шул иҫәптән, кешеләрҙең бар йомоштары ишеккә бирге бүлмәлә торҙороп хәл ителә, хеҙмәткәрҙәребеҙгә генә бинаның бер осонан икенсеһенә йүгерекләп хәтһеҙ ара үтергә тура килә инде. Форсат менән файҙаланып, кемгә сәләмәтлектәре ирек бирә, тиҙерәк вакцина яһатырға өндәйем. Ни тиклем кампания дәррәү үтә, элекке, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыу шул тиклем тиҙерәк булыр.