

Даян Мурзин Бөйөк Ватан һуғышында легендар разведчик, Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, Ватан һуғышы орденының тулы кавалеры 1937-1939 йылдарҙа Кушнаренко педагогия колледжында (ул саҡта Кушнаренко педагогия училищеһы) уҡыған һәм тормошҡа юллама алған. Һуғыш башланғас, ул, бөтәһе кеүек, тыуған илен һаҡлау өсөн фронтҡа киткән. Ҡыйыулығы, хәйләкәрлеге өсөн уны «Ҡара генерал» тип йөрөткәндәр, ул Гитлерҙың шәхси дошманы булған. Ошо көндәрҙә уның иҫәтелегенә бюст асылды.
Бюст Илдар Дәүләтов һәм Даян Мурзиндың ейәнсәре Альбина етәкселегендә «Атайсал» проекты һәм «Тарихи хәтер» партия проекты сиктәрендә асылды. Уны беҙҙең Джеймс Бонд тип йөрөтәләр. Майор сағында дошмандар уны Генерал тип йөрөткән! Олпатыраҡ күренеү өсөн ул 23 йәшендә ҡара һаҡал йөрөткән, дошмандарҙың ҡотон алған: дошман тылында 600 партизандан торған отряды менән 20 күперҙе шартлатҡан, 60 эшелонды, 18 самолетты һәм 4 000 фашисты юҡ иткән! Шуға ла уны «Ҡара генерал» тип йөрөткәндәр. Үҙенең ҡаһарманлығы хөрмәтенә Чехияның 16 ҡалаһының почетлы гражданины исеменә лайыҡ булған, Злин ҡалаһының төп майҙанына уның исеме бирелгән.
Һәйкәлде асыу тантанаһында Даян Мурзинға Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн ҡултамға йыя башларға хәл ителде.