

Күрше Силәбе өлкәһендә 12 йәшлек ҡыҙ үгәй атаһын үлтереүен танған. Төнөн шәхси йортта йәшәүсе 40 йәшлек иргә тиҙ ярҙам саҡырталар. Иргә бысаҡ менән сәнскәндәр. Табиптар килгәнсе үлгән була. Вафат булыусының 36 йәшлек ҡатыны ирен 12 йәшлек ҡыҙы бысаҡ менән сәнсеүен һөйләй. Үҫмер ғәйебен йәшермәй. Тикшереү барышында ҡатын менән ир араһында низағ тыуыуы асыҡлана, шул мәлдә ҡыҙ бысаҡ алып иргә ташлана. Алынған яранан ир һәләк була. Ҡыҙға ҡарата енәйәт эше асылған. Рәсәйҙә енәйәт яуаплылығы 14 йәштән башлана, ошо арҡала ҡыҙҙың хөкөм язаһынан ҡотолоп ҡалыуы бар.
фото https://vk.com/feed