

Әбййлил районында 15 йыл элек үҫмер әшнәһе менән 2 мең һум өсөн магазин һатыусыһын үлтерә һәм язанан ҡотолп ҡалалар.
15 йыл элек улар магазинды таларға уйлайҙар. Спиртлы эсемлек һәм токсикологик матдәләр шауҡымында яуыз ниәтттәрен тормошҡа ашырлара. Магазинға ингәс, берәүһе аҡсаны бир тип, бысаҡ алып һатыусыға янай башлай. Ҡатын уларҙы тыңламай, шул ваҡыт енәйәтселәрҙең береһе ҡаптынға бысаҡ менән 15 тапҡыр сәнсә, әммә һаман тере ҡала. Бәлиғ булмаған үҫмер уның тере икәнен күреп ҡабаттан өс тапҡыр сәнсә, һуңында 2 килограмлыҡ һатыу герен алып башына һуға. Әшнәһе был ваҡытта кассанан 2 мең һумды урлап өлгөрә. 15 йыл үткәс енәйәтселәрҙең барыбер эҙенә төшәләр. Үҫмерҙең әшнәһе ул ваҡытҡа вафат була, ә Әбйәлилдә йәшәүсе был бәндә үҙенең ғәйебен тулыһынса тана. Ғәйепләнеүсене 18 йылға хөкөм итергә тигән ҡарар сығарыла, әммә енәйәт эше ҡуҙғатыуҙың ваҡыты уҙыу сәбәпле, ир хөкөм язаһынан ҡотолоп ҡала. Зыян күреүселәргә 1 миллион һум компенсация түләргә ҡушыла. Ҡарар әлегә үҙ көсөнә инмәгән.