

Ошо йылдар эсендә конкурс ҙур популярлыҡ яуланы, унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Быйыл да тәҡдим ителгән тема гәзит-журнал биттәрендә, интернет-баҫмаларҙа, радио-телевидение эфирында төрлө яҡтан асылыр тип ышанабыҙ.
Конкурста республика гәзит-журналдары, ҡала, район гәзиттәре редакциялары, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша ала. Положение ведомствоның рәсми сайтында баҫылған.
Конкурсҡа 2021 йылдың 1 ғинуарынан 20 декабренә тиклем донъя күргән материалдар ҡабул ителә, уларҙың иҫәбе сикләнмәгән. Эштәр 2021 йылдың 20 декабренә хәтлем gainetdinova.n@bashkortostan.ru электрон адресына йәки түбәндәге адресҡа ҡабул ителә: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се бүлмә, баҫма матбуғат саралары бүлеге. Телефон: 8 (347) 218-07-72.
Билдәләнгән ваҡыттан һуң ебәрелгән материалдар конкурста ҡатнашмай.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-12-03/ki-m-l-m-t-saralarynda-d-l-t-teld-ren-tere-e-i-ya-shy-ya-tyrtyu-a-konkurs-i-lan-itelde-2605638