Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
7 Декабрь 2021, 03:48

2022 йыл уртаса кеше ғүмерен 115 йылға еткереү бик тә мөмкин, тип белдерәләр

Колумнистика

2022 йыл уртаса кеше ғүмерен 115 йылға еткереү бик тә мөмкин, тип белдерәләр2022 йыл уртаса кеше ғүмерен 115 йылға еткереү бик тә мөмкин, тип белдерәләр
2022 йыл уртаса кеше ғүмерен 115 йылға еткереү бик тә мөмкин, тип белдерәләр

 Октябрь айынан Көнбайыш илдәре, Рәсәй Украинаға һөжүм итергә әҙерләнә, тип саң ҡағырға тотондо. Ошо көндәрҙә немецтарҙың “Bild” гәзите өҙә әйтте: йәнәһе лә, илебеҙ күрше дәүләткә ғинуар-февраль айҙарында  бәреп инергә ниәтләнә, Украинаның өстән ике өлөшөн баҫып аласаҡ. РФ Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова, был уйҙырмалар – һаташыу, тип баһаланы. Бер мәғәнәле урынға ла иғтибар итте: гәзит баҫҡан схемаларҙа Львов ҡалаһы  Lwiw, түгел, Lemberg, тип күрһәтелгән – заманында фашист  илбаҫарҙары ҡулланға икән был исемде, хәҙер рәсми әйләнештән төшөп ҡалған.  Бурҙы тотоғоҙ, тип иң нығы фәҡәт бур һөрәнләүе лә башҡа килерлек.....

Ярай әле, беҙҙә өгөтләү менән сикләнәләр.  Грецияла ковид вакцинацияһынан баш тартҡан 60 йәштән олораҡ граждандарға аҙна һайын (!) 100 евро штраф һалынасаҡ, беҙҙең аҡсаға 8 384 һум.  Австрияла тағы ла ҡатыраҡ  тотонорға йыйыналар: ике тапҡыр  иҫкәртәләр ҙә, 3-сө тапҡырына  3,6 мең евро штраф һалына (301  716 һум), һаман да ыҡҡа килмәй икән, 7,2 мең  евро түләтәсәктәр.

Даниялағы “Saxo Bank” инвестициялар учреждениеһы киләһе йылға ниҙәр буласағы тураһында фараздар ҡылыу менән дә шөғөлләнә. Аҡса тураһында һүҙ барғас,  олпат белгестәрҙе лә йәлеп итәләрҙер. 2022 йыл уртаса кеше ғүмерен 115 йылға еткереү бик тә мөмкин, тип белдерәләр. Сысҡандарҙа  эксперименттар уңышлы бара икән, ғалимдар күҙәнәк кимәлендә йоғонто яһап,  йәнлектәрҙең тормош оҙонлоғон 30 процентҡа оҙайта алғандар, ти.Ә насар күрәҙәселектәре: киләһе йыл “ҡорал уҙышы” көсәйә генә барасаҡ, төп баҫым  - “гипертауыш” ракеталарына  яһаласаҡ, йәғни, сәғәтенә 6 мең километрҙан шәберәк осҡан үлем ҡоралдары тураһында һүҙ бара.   АҠШ менән Ҡытай араһында “һалҡын һуғыш” киҫкенләшәсәк, был конфликт Рәсәй, Һиндостан, Израиль һәм Евросоюз илдәренә теге йә был кимәлдә ҡағыласаҡ. Башҡорт мәҡәлендә әйтелгәнсә, “Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған” кеүек кенә килеп сыҡмаһын инде!

Красноярск ҡала советы депутаттары мэрҙың эш хаҡын 300 мең һумға тиклем арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Шым ғына үтеп китер ине,  тартай теленән таба: депутаттарҙың  береһе “Мэр айына 250 мең һум ғына алыуы – көлкөлө!”- тип телмәр тота. Интернетта ғауға ҡупты,  шундуҡ Себер федераль округында уртаса эш хаҡы 46-47 мең икәнлеге иҫкә төшөрөлдө. 250 мең һум – тауыҡ  та көлөрлөк аҡса икән, айына 25 мең һәм унан да аҙыраҡ   алыусыларҙың  көлкөнән һындары ҡатып  ҡуймаһа ярар ине!

“Алтынды табыуы еңел, бүлеүе ҡыйын” тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Беренсе телеканал “ВИД” компанияһы менән нимәһендер килешә алмағандар ҙа, яңы йылдан “Поле чудес” тапшырыуы “Наше Поле Чудес” исеме аҫтында, бер аҙ үҙгәргән форматта сыға башлаясаҡ. Был тапшырыу 1990 йылдан бирле күрһәтелә, һаман ялҡытмай. Популярлыҡтың сере ябайҙыр: тапшырыуҙа ысын халыҡ вәкилдәре ҡатнашыуы һәм мөләйем, йор һүҙле алып барыусы. Леонид Якубович, олпат йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан (76 йәш) яңыртылған  тамашаны үҙе алып барасаҡ.

Әсәләрҙең ҡаһарманлығы һоҡланыу уятмау мөмкин түгел! Һиндостандың  Бариджхария ауылында ҡаплан (леопард) 8 йәшлек малайҙы өй янында эләктереп ала ла, урманға алып ҡаса. Малайҙың әсәһе арттарынан йүгерә, берәй саҡрым үткәс кенә ҡыуып етә. Йәш ҡатын йыртҡысҡа ташлана, тиңһеҙ алыш ни менән тамамланыр ине, ярай ҙа башҡа ауылдаштары килеп өлгәрәләр. Шөкөр, әлеге мәл бала менән әсәйҙең сәләмәтлектәре ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, ти, дауаханала яталар.  Ауыл халҡы журналистарға бәйән иткән – бындай хәлдәр булғылап тора икән, сөнки йәнәш кенә юлбаҫар заповеднигы урынлашҡан. Заманы шул инде, ҡырағай януарҙар Әҙәм балаларынан ҡәҙерлерәк тә булып киткеләй.

Паб – инглиздарҙың һыра һемереү урыны. Урман төпкөлөндә, төньяҡ Англиялағы милли парк биләмәләрендәге пабта концерт ҡарарға, ял итергә  алтмышлап кеше йыйыла. Кинәт ҡар яуап,  бинала күмелеп ҡалалар. Бер ҙә сәбәләнмәйҙәр, 3 көн буйына төрлө уйындар уйнап, йыр йырлап, һыра эсеп бик тә күңелле үткәрләр ваҡытты, барыһы ла йән-дуҫҡа әйләнә, ти. Өс көн ҡунаҡ булғас ҡына бер кешегә медицина ярҙамы талап ителә лә, ҡотҡарыусыларҙы саҡырып, тегеләре көс-хәл менән көрт йырып килеп еткәндәр.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас