Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Декабрь 2021, 11:20

2022 йылға минималь эш хаҡы күләме билдәләнде

Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған закон 2022 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.

2022 йылға минималь эш хаҡы күләме билдәләнде2022 йылға минималь эш хаҡы күләме билдәләнде
2022 йылға минималь эш хаҡы күләме билдәләнде

2022 йылда Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме айына 13 890 һумға тиклем арттырыла. Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған закон 2022 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.

Уртаса минималь эш хаҡы күләме 1 мең һумға артты. Башҡортостанда ул 15 973,5 һум була, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына һылтанып.

Тәүҙә федераль бюджет проектына 2,5 процент индексация һалынды, әммә, дәүләт башлығы фекеренсә, был ғына етмәй. Ул уны 8,6 процентҡа күтәрергә ҡушты. Төп дәлилдәрҙең береһе: минималь эш хаҡы күләменең артыуы күп кенә социаль пособиеларҙың, шул иҫәптән балалы ғаиләләргә түләүҙәр һәм пенсияларға өҫтәмәләрҙең үҫешенә йоғонто яһаясаҡ.

Фото: vedtver.ru

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас