Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
8 Декабрь 2021, 04:27

Көрәшселәребеҙ һынатмай

Һуңғы чемпионат түгелдер әле!  

Көрәшселәребеҙ һынатмайКөрәшселәребеҙ һынатмай
Көрәшселәребеҙ һынатмай

Күп тапҡыр еңеүҙәре менән шатландырған  Дим Хәйруллин тағын да  ҙур ҡаҙанышҡа иреште – Ҡазан ҡалаһында үткән билмау менән көрәш буйынса Рәсәй чемпионатында “көмөш” миҙал яуланы.  1994 йылғы,  тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә.

Аҫыл егетебеҙ Дим Фәнил улы тураһында күп яҙылды инде: Рәсәй, хатта, донъя кимәлендә еңеүсе булған көрәшсе бит ул, ә республикала нисә тапҡыр еңде – иҫәпләп осона ла сығыуы анһат түгелдер.  Күргәндәрҙең әйтеүенсә, был Ҡазандағы финал ярышында ла бик тә лайыҡлы сығыш яһай, әммә......әммә, ярар, артығын фараз рәүешендә яҙып ваҡланмайыҡ,  был чемпионат һуңғыһы түгелдер, кемдең ни торғанын тормош артабан  үҙе күрһәтер әле!

  Ә бынан саҡ ҡына алдараҡ, 27-28 ноябрь, Стәрлетамаҡта милли көрәш буйынса Башҡортостан чемпионаты үткәйне. Унда иһә  Дим Фәнил улы бик тә ышаныслы рәүештә 85 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә  республиканың иң таһыл көрәшсе икнәлеген тағын да бер тапҡыр раҫланы.  Яҡташтарыбыҙ Рәфил Ғәзизов (65 кг) һәм Рәмил Мөслимов (130 кг) “бронза” миҙалдар алыуға өлгәшәләр.

 Көрәшселәребеҙҙе ярышҡа Рәмил Әхмәтйәнов әҙерләй. Ҡотлайбыҙ, яңы уңыштар теләйбеҙ

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас