

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә мәғариф министрының ҡатнашлығында тура эфир үткәрелгәйне
Министр Айбулат Хажин мәғарифҡа, мәктәп һәм балалар баҡсаларының төҙөлөшөнә, уҡытыу системаһына бәйле һорауҙарға яуап ҡайтарҙы, маҡсаттар һәм пландар менән уртаҡлашты.
Эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп, ҡышҡы каникулдар оҙайтыла, тип хәбәр итте ул осрашыу барышында. Тимәк, яңы 2022 йылда уҡыусылар 17 ғинуарҙа ғына мәктәпкә барасаҡ. Был үҙгәрештәр уҡыу процесында тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килтермәйәсәк, тип тә белдерелә.
Фото: hibiny. com