Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
9 Декабрь 2021, 05:31

500 һәм 350 меңәр һум

Әхлаҡи зыян түләнергә тейеш

500 һәм 350 меңәр һум500 һәм 350 меңәр һум
500 һәм 350 меңәр һум

Быйыл март айында бәлә килә:  Учалының бер предприятиеһында таш киҫеүсе һәләк булған. Производство заданиеһын үтәгән ваҡытта.

Хеҙмәткәрҙең тол ҡатыны һәм балалары әхлаҡи зыянды түләтеү тураһында Учалы район судына мөрәжәғәт иткәндәр.

Суд ҡарарында билдәләнә: предприятие (акционер йәмғиәт)  юғары хәүеф сығанағының, йәғни производство ҡорамалдарының эйәһе булғас, үҙҙәренең ғәйептәре булыу-булмауға ҡарамаҫтан хеҙмәткәрҙәре үлеме өсөн яуаплы. Шуға ла компенсация түләргә тейеш: мәрхүмдең ҡатынына – 500 мең һум, балаларына – 350-шәр мең һум.

Материал әҙерләнгән мәлдә суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле.

Сығанаҡ - http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=216

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас