Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
9 Декабря 2021, 04:00

Яҡташыбыҙға тауыш бирәйек!

Йыл дауамында "Башҡортостан" гәзитендә барған "Башҡортостан гүзәле" конкурсына йомғаҡ яһар мәл етте. Тап һеҙҙең ярҙам менән интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ "Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк. Еңеүсенең фоторәсеме “Башҡортостан” гәзитенең 2022 йылғы календарын биҙәйәсәк. Конкурста яҡташыбыҙ, Ураҙ ауылы  һылыуҡайы Лидия Динмөхәмәтова лә ҡатнаша. Ул әлеге ваҡытта БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында 3-cө курста белем ала. Хыялы – бер урында туҡтап ҡалмайынса, үҙен бар яҡлап үҫтереү, сәйәхәт итеү һәм иң мөһиме – ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тормошта үҙ урынын табып, лайыҡлы кеше булыу.   Конкурс 21 декабргә тиклем дауам итә. Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll61aef42fd9a2..

Яҡташыбыҙға тауыш бирәйек!Яҡташыбыҙға тауыш бирәйек!
Яҡташыбыҙға тауыш бирәйек!

Лидия Динмөхәмәтова матур тәбиғәтле, таланттарға бай Учалы районының Ураҙ ауылында ата-әсәһенең кинйә балаһы булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән олатай менән өләсәй тәрбиәһен алып, уларҙың әкиәттәрен, өгөт-нәсихәттәрен тыңлап үҫеүен ҙур бәхет тип һанай ул.

Лидия 2018 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт республика гимназия-интернатын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған. “Был белем усағы мине бар яҡлап үҫтерҙе: “Таңсулпан” драма түңәрәгендә шөғөлләндем, “Интернатым – пар ҡанатым” гәзитенең мөхәррире булдым. Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡмын. Булған мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмай, бөтә ерҙә лә әүҙем ҡатнашып, тормошта ҡайнап йәшәргә тырышам. Шиғырҙар ижад итәм, мәҡәләләр яҙам, сюжеттар төшөрөргә яратам. Бынан тыш, Учалы йәштәре берлегенең рәйесе лә булып торам”, - ти маҡсатлы ҡыҙ.

Ул әлеге ваҡытта БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында 3-cө курста белем ала. Хыялы – бер урында туҡтап ҡалмайынса, үҙен бар яҡлап үҫтереү, сәйәхәт итеү һәм иң мөһиме – ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тормошта үҙ урынын табып, лайыҡлы кеше булыу.

Фото: Л. Динмөхәмәтованың шәхси архивы.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас