Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
10 Декабря 2021, 05:24

Эш табыуы еңеләйә, интернет ярҙамға килә

Учалы районында 600 эш урыны буш

Эш  табыуы еңеләйә, интернет ярҙамға киләЭш  табыуы еңеләйә, интернет ярҙамға килә
Эш табыуы еңеләйә, интернет ярҙамға килә

Төп һорауға күсер алдынан ҡыҫҡаса белешмә бирәйек: 2021 йылдың 1 ғинуарына Учалы районында 1450 кеше рәсми рәүештә эшһеҙ булып теркәлһә, әлеге мәл – 328 граждан. Төбәгебеҙҙә алты йөҙ тирәһе буш эш урыны иҫәпләнә бөгөнгө көндә.

Теләге булғандарға эш табыу йә эшһеҙ булып теркәлеү еңелләшә бара. Был хаҡта  “Көнсығыш” район-ара  халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең  Учалы районы буйынса филиалы директоры. Юлай Рыҫҡолов бәйән итте.

Быйыл «Рәсәй Федерацияһында халыҡ мәшғүллеге тураһында” федераль законға етди үҙгәрештәр индерелде.   Төп өлөштә әленән үк  ғәмәлдәләр, айырым урындары киләһе йылдан көсөнә инә. Башҡаһынан тыш, хәҙер эш биреүселәр вакансиялар тураһында мәғлүмәтте “Работа в России” порталына ебәрергә  бурыслы. Был талап 25 кешенән күберәк кеше эшләгән  бөтә предприятиеларға, дәүләт, муниципаль орган һәм учреждениеларына ҡағыла.  Ә мәғлүмәт бер урынға тупланғас, кешеләргә йәненә оҡшағанды һайлап алыу, эшкә урынлашыу мөмкинлектәре бик ныҡ киңәйә.

“Ҡағыҙ бутҡаһы ҡайнатыу”ҙы кәметеү йәһәтенән дә  апаруҡ яңылыҡтар индерелде. Хәҙер, граждандарға, эшһеҙ булып теркәлеү өсөн, электрон ғариза ебәреү ҙә етә. Ғаризалар үҙаллы йә мәшғүллек хеҙмәте ярҙамы менән  тултырыла һәм ебәрелә.  

  Әлегә тиклем эшһеҙ булып танылыу өсөн граждандың шәхсән рәүештә мәшғүллек органына килеүе,  паспорт, хеҙмәт кенәгәһе,  квалификация һәм һуңғы эш урыны тураһында белешмәләр килтереүе талап ителә ине,  хәҙер кәрәкле мәғлүмәттәрҙе мәшғүллек органдары ведомство-ара аралашлыҡ форматында үҙҙәре йыя.  

Яңыса, һан технологияларын ҡулланып эш иткәндә, эшһеҙ булып теркәлмәйенсә лә эш эҙләргә мөмкинлектәр пәйҙә булды.

Бының өсөн:

- “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталындағы яҙма аша “Работа в России” платформаһында  авторизацияланырға (теркәлергә);

- билдәләнгән тәртиптә резюме (һөнәр, белем, тәжрибәгеҙ тураһында яҙма)  төҙөп, ниндәй эш эҙләү тураһында ғариза бирергә;

-вакансиялар тураһында тәҡдимдәр  килгәс,  ҡайһылары һеҙҙең өсөн  өҫтөнлөклерәк икәнлеген  күрһәтеп мәшғүллек органына ебәрергә;

-эш биреүсенән тәҡдим алғас, шәхсән рәүештә осрашырға һәм килешергә  .

Тәү ҡарашҡа ҡатмарлы булып күренһә лә, кем бутала, мәшғүллек органдарында ярҙам һорауы  мөмкин. Белешмә өсөн телефон -   +7 (34791) 6-25-95  , “Бәйләнештә” социаль селтәрендә төркөмөндә лә  бәйләнешкә сығырға мөмкин -  https://vk.com/czn_uchaly  йә  https://vk.com/id319261262 , рәсми сайттары - https://uchaly.bashzan.ru/

   Бер сетереклерәк урынды ла билдәләйек. Эшһеҙлек  буйынса пособие килемдәре булмаған кешеләргә генә түләнә. Юлай Салауат улы  билдәләүенсә, тап әлеге мәл 18 яҡташыбыҙ менән дәғүәләшергә тура  килә уларға, сөнки, пособие алып та,  ялланып эшләгәнлектәре асыҡланған. Бындай осраҡта, закон боҙоп алынған  эшһеҙлек буйынса пособиены кире ҡайтарырға  тәҡдим итәләр. Уртаҡ ҡарарға килә алмайҙар икән, хоҡуҡ һаҡлау органдарына  енәйәт  (мутлашыу осрағы)  тураһында хәбәр итергә һәм түләнгән аҡсаны ҡайтарыуҙы суд аша юлларға тейештәр.

Законға ярашлы, түбәндәге граждандар эшһеҙ тип иҫәпләнә алмайҙар, пособие алырға хоҡуҡтары юҡ:

-хеҙмәт килешеүҙәре буйынса эшләүселәр (тулы һәм тулы булмаған эш ваҡытында), түләүле, шул иҫәптән ваҡытлыса  йә миҙгелле эш башҡарыусылар;

-билдәләнгән рәүештә теркәлгән шәхси эшҡыуарҙар, шулай уҡ  дәүләт треркәүе йә лицензияһы талап ителгән башҡа эшмәкәрлек вәкилдәре (нотариустар, адвокаттар һәм башҡа);

-ярҙамсыл кәсеп менән шөғөлләнеүселәр (тауарҙарын килешеүҙәр буйынса реализациялаған  осраҡта);

-гражданлыҡ-хоҡуҡ (гражданско-правовой) килешеүҙәре буйынса эш йә хеҙмәтләндереү башҡарыусылар, производство кооперативтары (артель) ағзалары;

-түләүле вазифаларға һайланған, тәғәйенләнгән йә раҫланған кешеләр;

- хәрби, альтернатив граждан хеҙмәте үтеүселәр, шулай уҡ хоҡуҡ органдары  һәм учреждениеларында хеҙмәт итеүсе граждандар;

- уҡытыу учреждениеларында  белем алыусылар (ситтән тороп уҡыусыларға ҡағылмай);

-эш урындарында ваҡытлыса ғына булмағандар (эшкә һәләтте юғалтыу, әҙерлек үтеү, белем камиллаштырыу, забастовка сәбәпле производство туҡтатылып тороу,  хәрби хеҙмәткә йә башҡа дәүләт бурыстарын үтәүгә саҡырылыу сәбәпле);

-ойошма учредителдәре ( килем алыу ҡаралмаған ойошмаларҙан тыш);

-крәҫтиән (фермер) хужалығы ағзалары;

-пенсия, шул иҫәптән өлөшләтә йә ваҡытынан алда пенсия алыусылар;

-суд ҡарары менән мәжбүри эштәргә хөкөм ителгән граждандар.

...Әллә ни ҙур аҡса ла түгел инде. 2021 йыл минималь күләм – 1725, максималь түләү  - 13 949һум. Бындай ғына аҡса  өсөн ниҙер хәйләләп маташыуҙың мәғәнәһе лә юҡтыр, ә тотолған осраҡта тулы күләмдә яуап тоторға тура киләсәк. Ҡыҫҡаһы, иң хәйерлеһе – үрҙә яҙған заманса технологиялар ярҙамында яҡшы эш табыу.

 

Юлай Салауат улы Рыҫҡолов 1972 йыл Сибайҙа тыуған. Ике юғары белемгә эйә (педагог, хоҡуҡ белгесе). Мәғариф бүлегендә, Иманғол мәктәбендә,  Учалы ауылының Башҡорт гимназияһында, район хакимиәтендә  хеҙмәт итте, 2021 йылдың сентябрь айынан – “Көнсығыш” район-ара  халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең  Учалы районы буйынса филиалы директоры.

 

 

 

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас