

Иғтибарға айырыуса мохтаждар
"Ғаилә" үҙәге Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы менән берлектә изге акция ойошторҙо.
Был көндө "Ғаилә" үҙәге белгестәре Учалы ауылындағы ҡарттар йортона бүләктәр алып барҙы һәм әлбәттә, Башҡорт гимназияһы уҡыусылары үҙ ҡулдары менән төрлө сағыу төҫтәге конверттар эшләп, изге теләктәр, рәхмәттәр белдереп яҙылған эстәлекле хаттарын тапшырҙы.
Хаттар был йортта тәрбиәләнгән ололарҙың һәр береһенә исемле бүләк ине. Ололар уҡыусыларҙың яҙған хаттарын ҡулдарына алып уҡып ҡыуандылар. Кемгәлер ярҙамсылар уҡып ишеттерҙе. Бында йәшәгән ололар иғтибарға айырыуса мохтаж бит. Оло кешенең күңелен күтәреү өсөн күп кәрәкме ни? Бер йылы һүҙ етә. Йортта тәрбиәләнеүселәр рәхмәттәрен белдереп, теләктәрен теләп ҡалды. Шундай ҙур эш башҡарыу - үҙе бер ҡыуаныс бит. Ололарҙы ҡыуандырып, күңелдәрен күреү, үҙеңә ҡыуаныс ҡына. Башҡорт гимназияһы уҡытыусыларына hәм уҡыусы балаларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да эштәрендә, уҡыуҙарында тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Лиана АЛТЫНХУЖИНА,
"Ғаилә" үҙәге белгесе.