Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
11 Декабрь 2021, 05:05

Хоҙай биргән малай

Талпыныуы сикһеҙ, ниәттәре ҙур булһа ла, маҡсаты ҡолас етмәҫлек, үрелеп ҡарайым тигәндә генә лә баштан кәпәс төшөп китмәле ине шул. Кәрим тәүлек әйләнәһенә ҡырҡҡа ярылып эшләһә лә, биш йыл эсендә ундай машина һатып алырлыҡ аҡса туплай алмай. Береһен береһе ҡыуалап үҫеп килгән ҡыҙҙарын да ҡарарға кәрәк.

Хоҙай биргән малайХоҙай биргән малай
Хоҙай биргән малай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

(Хикәйә)*

Талпыныуы сикһеҙ, ниәттәре ҙур булһа ла, маҡсаты ҡолас етмәҫлек, үрелеп ҡарайым тигәндә генә лә баштан кәпәс төшөп китмәле ине шул. Кәрим тәүлек әйләнәһенә ҡырҡҡа ярылып эшләһә лә, биш йыл эсендә ундай машина һатып алырлыҡ аҡса туплай алмай. Береһен береһе ҡыуалап үҫеп килгән ҡыҙҙарын да ҡарарға кәрәк. Ҡыҙҙар наҙлы, әммә ана шул наҙ өсөн түләргә лә кәрәк шул. Ҡыҫҡаһы, малайҙарға ҡарағанда ҡыҙҙарҙы тәрбиәләп үҫтереү кеҫә йәһәтенән ауырыраҡҡа төшкәнен ҡыҙ үҫтергән кеше генә белә. Етмәһә, Зөлхизә менән Зөбәйҙәләре бер-бер артлы мәктәпкә барҙы.

Ауылда күптән инде эш урындары юҡ, колхоз-совхоздарҙың бөткәненә лә биш былтыр. Оҙаҡ уйлаһаң, бер нимә лә килеп сыҡмай. Иң тәүҙә һөҙөү, шунан һуң ғына мөгөҙөңә нимә килеп эләккәнен байҡау лазым. Тәүәккәллек таш яра. Крәҫтиән балаһы крәҫтиәндәрсә эш итә инде. Тәүге йылында Кәрим ике йөҙ ҡаҙ себеше алып ебәрҙе, һимертергә өс баш башмағын айырып ҡуйҙы. Үҙенең һәм ауылдағы ташландыҡ ике өйҙөң картуфлыҡтарын силсәүиттән рөхсәт һорап һөрҙөрөп, өсөһөнә лә мансылдырып картуф сәсте.

Себеште көҙ һанайҙар. Ҡырпаҡ ҡар яуыуға хужа усында төйөрөм генә аҡса барлыҡҡа килгәнен тойҙо. Тик был аҡсаһын ул кеҫәһенә, күптәр кеүек банкҡа һалып ҡуйырға ашыҡманы. Аҡса аҡса эшләргә тейеш. Икенсе йылына ҡаҙ себештәренең, һимертергә ҡуйылған башмаҡтарҙың һаны ике тапҡырға артып китте. Ҡаҙҙар һәм башмаҡтарына ем, көрпә алырға ла аҡсаһы етте.

Тап ошо мәлдә ҡасандыр алып онотолған пай ере барлығы иҫенә төштө. Хәҙер инде ул картуфлыҡтар менән ваҡланып торманы. Пай ерен күрше ауылдағы фермерҙы яллап һөрҙөрөп, уның техникаһы менән картуфын да сәстереп ҡуйҙы. Хәләл көс менән табылғандың ҡәҙерен белә Кәрим. Ҡаҙҙары менән башмаҡтарын һуйып, ваҡлап һатты. Ауылға килеп күмәртәләп ит йыйып йөрөүселәргә әйләнеп тә ҡараманы. Баҙарға ит һатырға үҙе сыҡты. Йыйып алған картуфын ҡалалағы комбинаттың етәкселеге менән һөйләшеп бер юлы тапшырҙы. Комбинаттың йөк машиналары тейәп алып китте уңышын.

Ҡырпаҡ ҡарҙа түбәһе күккә тейҙе. Кәрәкле сумманың яртыһынан күберәге тупланды ҡулына. Буйтым ғына. Яҡынса иҫәбе буйынса тағы бер йыл ынтылһа, алдағы йылда «крузак» ихатаһында балҡып ултырасаҡ. Әлеге аҡсаһы ҡулдан да ундай машинаны алырға етерлек. Әммә был йәһәттән Кәримдең үҙ һүҙе лә бар: кәләште – ҡыҙҙан, машинаны – “нулдән”.

Малдар ҡышҡа ҡураға ингәс, тик ятырға күнекмәгән Кәримдең күҙенә гәзиттәге бер иғлан салынды.

Бер бай ғына миллионермы-миллиардермы, олигархмы-ала ҡараҡмы, яҡындағы ҡалала сауҙа үҙәге төҙөргә эшселәр йыя. Төҙөлөшкә иретеп йәбештереүселәр талап ителә икән. Кастинг тигән нәмәҫтәкәй менән алалар икән. Оҙаҡ уйлап торманы, китте шунда. Ҡулы эш белгәс, моңмо ни? Тимерҙе төрлөсә иретеп йәбештереп ярыштылар. Заявка биргән алтмышлап дәғүәсенән эшкә ҡабул ителгән бишәүҙең береһе Кәрим булып сыҡты. Ул эшкә көн һайын ауылдан үҙ машинаһында йөрөнө. Ике ҡулына – бер эш.

Алтын ҡуллы тырыш эшсене шунда уҡ күреп тә ҡалдылар. Үҙен иретеп йәбештереүселәрҙең бригадиры итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар. Тәүге айҙарҙа хужа алдан вәғәҙә иткән эш хаҡының яртыһын ғына түләп килде лә, егеттәрҙең ышаныслы булыуы һыналғас, ҡалған сумманы ла бер юлы иҫәптәренә күсерҙе.

Иш янына ҡуш булды Кәримдең көтмәгәндә ошо төҙөлөш бригадаһында эш башлауы. Был шөғөлө уға билдәләгән маҡсатына тиҙерәк барып етергә ярҙам итәсәк. Әммә донъя бер алдын, бер артын күрһәтә тигәндәй, алдағы йәйҙең ҡоро килеүе, шул сәбәпле фуражға хаҡ артыуы, бесән наҡыҫлығы бәкәлгә һуҡты. Ауыл халҡы малын күмәртәләп һуйып, баҙарға тултырҙы һәм иткә хаҡ төштө. Картуф та йүнле үҫеп сыҡманы. Ҡатыны ҡыҙҙары менән көнө-төнө үҫентеләргә ҡоҙоҡтан һыу ҡойоп торһа ла, ямғырһыҙ, картуфтың картуфы ла ырап үҫмәй икән.

Кәрим ергә һәм башмаҡтарҙың, ҡаҙҙарҙың тамағына һалған сығымдан утыҙ процент самаһы ғына артыҡ килем ала алды. Иҫәп тотҡан суммаһы килеп сыҡманы. Уныһы ғына етмәгән, донъя, ил кимәлендә башланған иҡтисади көрсөк Кәримдең алдына тағы ла көтөлмәгән ауырлыҡтар килтереп ҡуйҙы. Инфляция башланды. Бына-бына дефолт булырға тора, ти банктар хеҙмәткәрҙәре. Эштәр улайға китһә, Кәримдең өс йыл буйы ҡара тирен түгеп йыйған хәләл аҡсаһына «крузак»тың үҙен түгел, бер тәгәрмәсен дә һатып алыу мөмкин булмаясаҡ. Ул сағында инде ер тырнап, йә сәсеңде йолҡоп иларға ғына ҡала.

Бер көн Кәрим эштән ҡайтҡас, һәр ваҡыттағыса, киске ашҡа ултырҙылар. Ниңәлер ҡатыны Зөләйха иренең борсолоулы мәшәҡәттәренә битараф һымаҡ тойолдо. Туҡтауһыҙ йылмая, көлә. Бер-береһен бығаса һүҙһеҙ ҙә аңлай ине улар. Ир ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөгән саҡта ҡатынының бындай ҡыланышын нимәгә юрарға ла белмәне.

Был йәһәттән Кәрим яңылышмаған булып сыҡты. Зөләйха өҫтәл артынан тороп киткән ҡыҙҙарының ҡайһыһы ҡайҙа йүнәлгәнен көтөп кенә ултырҙы ла үҙенең сәйер хәләтенең серен асып һалды.

– Кәрим, бөгөн район үҙәгенә барып, табипҡа күренеп килдем...

– Ауырыйһыңмы ни?

– Юҡ та...

– Атыу?

– Шул, мин тағы ла ауырға ҡалдым...

– Нимә?..

– Ауырға ҡалдым, тием. УЗИ-ҙан ҡараныҡ...

– Кем?

– Ҡыҙ...

– Нимә-ә-ә?..

– Нимә түгел, кем. Тиҙҙән ҡыҙыбыҙ була...

– Ҡасан тиҙҙән?

– Ғинуарҙа...

– Ниңә һин был хаҡта миңә иртәрәк әйтмәнең? Юҡ, ниңә иртәрәк ауырға ҡалманың?!

Ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәренең мәғәнәһе хаҡында аңларлыҡ хәлдә түгел ине Кәрим. Ул тәүҙә туҡтауһыҙ көлөргә тотондо ла, аҙаҡ ҡатынын бәпәй һымаҡ күтәреп, өй буйлап күтәреп йөрөтә башланы. Үҙе туҡтауһыҙ һөйләнде:

Аптыранам был ҡатынға:

Ҡыҙ таба ла, ҡыҙ таба.

Һин тимен, малай хаҡында

Докторға барып ҡара...

Ғаиләләре өсөн лозунгҡа әүерелгән был шиғырҙы артабан Зөләйха дауам итте:

Аптырағас, роддомға

Үҙең бараһыңмы ни?

Ҡатын тапмаған малайҙы

Үҙең табаһыңмы ни?

Шиғри әйтеште Кәрим дауам итте:

Бында ҡыҙҙар фермаһы юҡ,

Өй тултырма ҡыҙ менән.

Ҡыҙға ҡарап тораһым юҡ,

Малай кәрәк бер тигән...

Уларҙың кинәйәле итеп ирәүән шаярышыуын ҡыҙҙары ла күреп ҡалды. Тәүҙә төпкө бүлмәлә телевизор ҡараған Зөлхизә менән Зөбәйҙә улар янына йүгерешеп сыҡты. Ҡыҙҙар аталары менән әсәләренең алмаш-тилмәш һөйләгән шиғырынан шуны аңланылар: тиҙҙән уларҙың тағы ла бер һеңлеләре донъяға киләсәк. Һеңлекәштәре Зөлхәбирә, Зәлифә, Зөмәрә тыуыр алдынан да улар тап ошо шиғырҙы һөйләгәйне.

Бер аҙҙан тыштан бәләкәй һеңлеләре йүгерешеп килеп инде. Айыу бейетәләр тиһеңме? Улар килеп инде лә, әсәләрен күтәргән аталарын күреп, ишек төбөндә йомош һорап ингән балаларҙай ҡатып ҡалды. Бер аҙҙан ғаиләләге шатлыҡлы яңылыҡ уларға ла мәғлүм булды. Мәктәптә уҡыусы Зөлхизә менән Зөбәйҙә тиҙҙән донъяға киләсәк туғандарының әсәләренең эсендә икәнлеген белә ине инде. Тик береһенән-береһе бәләкәс Зәлхәбирә, Зәлифә һәм Зөмәрә кескәй туғандарын Һаҡмарҙан тотоп алалар тигәнгә ышанғас, был хәлгә тик үҙҙәренең йәшенә ярашлы кимәлдә генә ҡыуанды, булһа кәрәк.

Кис ятҡас, Кәрим менән Зөләйха алтынсы ҡыҙҙарына йола буйынса «3» хәрефенә башланған исем эҙләп, Зарина тигәндә туҡталырға булдылар. Ҡыҙҙарҙың тыуасаҡ һеңлеләрен ҡаршыларға нисек әҙерләнеүен күҙәтеүе оло бер кинәнес ине. Кемдер ниндәйҙер уйынсығын бер кем дә белмәгән ергә йәшерә, икенселәре кейем хәстәрләй, кәнфит, печенье, һағыҙ запаслай.

Кәрим көн аша тиерлек ҡалалағы машиналар һатыла торған үҙәккә барып, үҙе һатып аласаҡ машинаның хаҡын һорашып-белешеп торҙо. Бер көн барғанында уға үҙәктәге дилерҙар ике айҙан машинаға хаҡтың – ун процентҡа, өс айҙан утыҙ процентҡа артасағы хаҡында хәбәр итте. Кәрим йығылып китә яҙҙы. Машинаға аҡсаһын тултырыр өсөн, бик теләмәһә лә, кредит алырға тура киләсәк уға. Банкҡа йүгереп барҙы. Унда ла ажиотаж. Офисҡа яҡын барырлыҡ түгел. Ярты көн буйы сиратта торҙо. Көтөүе бушҡа ғына булды. Дефолт алдынан ниндәй банк кредит өләшһен инде? Уға ике-өс айҙан, йәғни валюталар нисбәте кинәт һикереш яһағас ҡына килергә ҡуштылар.

Кәрим булған барлыҡ аҡсаһының яртыһын долларға, яртыһын евроға алмаштырып алды ла ауылына ашыҡты. Юлда ла, ҡайтҡас сәй эскәндә ҡатыны менән һөйләшкәндә лә, ҡайҙан аҡса табырға тигән уй башынан сыҡманы. Ауылдағы барлыҡ туғандарын, дуҫтарын күҙ уңынан үткәреп сыҡтылар. Тик ауыл кешеһенә тотош капитал булып тойолған байтаҡ ҡына сумманы һорап торор кешене иҫләй алманылар. Дефолт алдынан кем кемгә аҡса биреп торһон инде? Барыһы ла барлы-юҡлы аҡсаларына нимәлер алып ҡалырға, күсемһеҙ милеккә әйләндерергә тырыша.

Теге саҡта ҡатынының ауырлы икәнлеген тәүләп ишеткән көндө Кәрим көтмәгәндә, үҙе лә һиҙмәҫтән, Зөләйханан «Ниңә иртәрәк ауырға ҡалманың?» тип һорауы юҡтан ғына түгел ине. Ысынлап та, әгәр ҙә ҡатыны тап ошо көндәрҙә бала тапҡан булһа, машина өсөн ҡалған аҡса мәсьәләһен Әсәлек капиталы менән хәл итерҙәр ине. Ошо хаҡта уйлауы булды, Кәрим ултырған еренән һикереп торҙо.

– Әсәһе, миңә мул ғына итеп күстәнәс әҙерләп бир әле. Бер сирек бал, ике ҡаҙ һал. Мин иртәгә үҙем менән алып китәм...

– Ярар, әҙерләрмен. Сер булмаһа, кемгә ул күстәнәс?

– Әлегә сер. Килеп сыҡһа, үҙеңә әйтермен...

– Бигерәк ҡыҙыҡһың да инде һин, Кәрим...

– Ҡыҙыҡмын шул. Алла бойорһа, иртәгә «крузак» менән ҡайтып төшһәм, тағы ла ҡыҙығыраҡ булыр...

Үҙе менән бер бригадала эшләгән Ғәлләмгә таң һарыһынан китте Кәрим. Ул район үҙәгендә йәшәй ине. Бик ярҙамсыл хеҙмәттәше. Таң намаҙынан йортона килеп, тәҙрә аша ҡул иҙәүе менән тышҡа сығырға өндәгән бригадиры Кәримде күргәс, хужа тиҙ генә кейенеп сыҡты. Кәримгә йомошон аңлатырға бер минут ваҡыт етте.

Ғәлләмдең бер туған ағаһы Ғәлим Сынбулатов район дауаханаһында баш табип булып эшләй. Кәримдең йомошо тап унда ине. Сынбулатовтың йортона киттеләр. Ғәлләм ағаһының йортона үҙе инеп ките лә кире килеп тә сыҡты. Ағаһы иртүк эшенә киткән икән. Дауаханаға йүнәлделәр. Кәрим хеҙмәттәшенә ағаһына тигән күстәнәсте тотторҙо ла коридорҙа ултырып ҡалды, Ғәлләм баш табиптың бүлмәһенә инде. Оҙаҡ ҡына һөйләштеләр. Балҡып килеп сыҡты Ғәлләм. Кәримдең ҡулын ҡыҫты ла:

– Ағайымды көскә күндерҙем. Тик ул һинең үҙең менән һөйләшкеһе килә. Бар...

Ғәлләм ағаһына оҡшаған икән. Баш табиптың саллана башлаған сәстәрен, маңлайындағы һырҙарын күрмәмешкә һалышҡанда, бүлмәлә Ғәлләм ултыра ине. Ул Кәрим менән урынынан тороп күреште. Шунан кире барып креслоһына ултырғас:

– Ғәлләм, һиңә был справка эш урынында процентһыҙ кредит алыр өсөн генә кәрәк, тине. Шулаймы?

– Эйе, тап шулай...

– Башҡа кеше һораһа, иғтибар ҙа итмәҫ инем. Ҡустым үтенгәс, баш тарта алманым. Беҙ туғандар ғына түгел, дуҫтар ҙа...

– Беҙ ҙә уның менән дуҫтар. Ҡустығыҙ ныҡ ярҙамсыл. Кеше йәнле кеше. Ундайҙар донъяла һирәк...

– Йәш саҡта минең улым бөйөр өйәнәге менән йығылғас, донор кәрәк булды. Үҙемдең дә бөйөрҙәр насар. Шул саҡта мин унан үтенгәйнем. Оҙаҡ уйлап та тормайынса, бер бөйөрөн улыма бирҙе. Улым бөгөн Мәскәүҙә медицина университетында профессор...

– Һеҙ бер-берегеҙгә оҡшағанһығыҙ...

– Әле яныма инеп йомошон әйткәс, шундуҡ ҡаршы төштөм. Ә ул малайымды иҫемә төшөрҙө. Тап шул арҡала ғына справка бирергә риза булдым. Ә һиңә нимәгә ул шул тиклем аҡса?

– Машина алырға ине, Ғәлим...

– Аңлашылды. Тик был справканы тотоп Әсәлек капиталы юлларға барып ҡуйма. Шундуҡ эләктерәсәктәр. Әгәр ҙә берәй хәл була ҡалһа, һин мине, мин һине белмәйбеҙ. Был справканы һин үҙең компьютерҙа әтмәләп алдың. Булдымы?

– Булды. Аңланым. Рәхмәт...

– Ҡыҙығыҙҙың имен-аман тыуыуын теләйем...

Баш табип уның алдына мисәтле документ сығарып һалды ла минән бурыс төштө тигән ҡиәфәттә телефонға йәбеште.

Ғәлләм менән ҡала буйлап елдерҙеләр. Төҙөлөш тресының офисына барып йомошон аңлатҡайны, унан балаһы тыуыу тураһында белешмә, сабыйҙың тыуыу тураһында танытмаһын һоранылар. Бындай хәлдең килеп тыуырын көтмәгәйне Кәрим. Әммә уға сигенергә түгел хәҙер. ЗАГС бүлегенә барып, танытма алырға тура килде Кәримгә. Ярай әле, хеҙмәттәше Ғәлләм уны дәртләндереп торҙо. Бик күпте белә булып сыҡты хеҙмәттәше. Баҡтиһәң, бөтөнләй тыумаған да, булмаған да балалары өсөн был фани донъяла пособие, Әсәлек капиталы алып ятыусылар бар икән. Ундай хәлдәр булғанмылыр-юҡмылыр, быларҙы Ғәлләм коллегаһының күңелендәге уңайһыҙланыу тойғоһон алып ташлар өсөн һөйләне булһа кәрәк.

Танытма әҙер булғас, тағы ла офисҡа елдереп барып еттеләр. Ҡалғаны, кем берәү әйтмешләй, «техника эше». Кәримгә предприятиеның Уставына ярашлы, бер йыллыҡ эш хаҡын процентһыҙ кредит итеп бирҙеләр. Ун минуттан шығырлап торған өс йөҙ мең һум аҡса Кәримдең ҡулына күскәйне инде. Ул усына аҡсаһын йомарлап тотҡан килеш автоүҙәккә шылтыратты.

Иҫке машинаһын Кәрим Ғәлләмдәрҙә ҡалдырып торҙо. Ауылға ялтырап торған ап-аҡ «крузак» менән ҡайтты. Өйҙәгеләр өсөн был көтөлмәгән байрам булды. Ҙур еңеү ине Кәримгә был. Ҡатыны табын әҙерләп, тиҙ арала ауылдағы туғандарын йыйып алдылар. Әйҙә, улар ҙа шатланһын, тинеләр. Әлегә тик район түрәләре, завод етәкселәре, эре-эре эшҡыуарҙар атланып йөрөгән машинаға ауыл балаһы Кәримдең эйә булыуы күптәр өсөн шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа күренеш булды. Кемдер Кәримгә, уның ҡатынына, ҡыҙҙарына ҡушылып, ихластан шатланды, кемдеңдер эсе көтөрләне.

Ҡунаҡтар таралышҡас, Зөләйха иренең ниҙер әйтеүен көттө. Әгәр ҙә машина алып ҡайтһам, һиңә һөйләрмен, тигәнде һәр саҡ иҫендә тотҡас, түҙемһеҙләнеүен көскә тыйҙы. Ҡыҙҙары йоҡлап киткәс, Кәрим түш кеҫәһенән танытманы сығарып һалды. Зөләйха документты ҡулына алып, оҙаҡ ҡына текләп торҙо. Тәүҙә унда яҙылғандарҙың айышына төшөнә алманы ла, аңына барып еткәс, документты ипләп кенә кире урынына ҡуйҙы. Бер ни ҙә өндәшмәне. Тынлыҡты Кәрим боҙҙо.

– Нимә, әсәһе, документта ҡыҙыбыҙҙың исеме дөрөҫ яҙылмағанмы әллә?
– Дөрөҫ тә. Тик, атаһы, әллә нисек бит әле. Иләнмәгән-һуғылмаған, ҡайным, һинә бер ыштан, тигән һымаҡ килеп сыҡмаймы? Ҡыҙыбыҙ тыумаған бит әле...
– Бишәүҙе тапҡасың, алтынсыһын да табырһың инде. Бик тырыш булып сыҡты Заринабыҙ. Тап ошо документ ярҙамында беҙҙең эштән процентһыҙ кредит бирҙеләр. Йыллыҡ эш хаҡы иҫәбенә. Машинаға аҡсаны шуның менән тултырҙыҡ...
– Шулай ҙа...

Был хәл-ваҡиғаға халыҡтың меңәр йылдар буйына аҡыл-тәжрибәһенән сығып ниндәй баһа бирергә мөмкин булыр ине икән? Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙмы? Бәлки, ысул маҡсатты аҡлайҙыр? Ә бит ҡыл да ҡыбырлатмайынса ла, арҡыры ятҡан таяҡты буйға һалмайынса ла, миллион-миллион долларҙарға эйә булыусылар менән сағыштырғанда, Кәримдең был алдағы бөтөнләй күҙгә лә эленмәй кеүек. Был ваҡиғаның аҙағы ла яҡшы бөтөр ине. Әгәр ҙә Кәрим машина алып ҡайтҡандан һуң ай ярым үтеүгә Зөләйхаһы йомро ҡара малай тапмаһа...

«Ювелир оҫталары» затында малай тыуыуы ғәҙәттән тыш хәл булып ҡабул ителде. Сәскәләр араһында үҫкән берҙән-бер дегәнәккә ҡарата ниндәй мөнәсәбәт булһа, бында ла хәҙер инде Кәримдең үҙ исеменә оҡшатып ҡушылған Карам атлы йомро ҡара малай ауылда һәм тирә-яҡ ауылдарҙа төп «сәйнәү объекты»на әүерелде. Бының әтнәкәһе ябай ғына: сәскәләр нисек кенә күҙҙең яуын алырлыҡ булмаһын, кеше улар араһындағы берҙән-бер булып айырылып ултырған дегәнәккә иғтибар итә. Иген баҫыуында ла иген түгел, башаҡтар араһында яңғыҙ һерәйеп ултырған көнбағыш күҙгә ташлана.

Шуға ла: «Һөйләрҙәр һөйләрҙәр ҙә, арығас, бер туҡтарҙар әле. Кем хаҡында ғына нимәләр генә һөйләнелмәй», – тип тәүҙә Кәрим барыһына ла ҡул һелтәп ҡарағайны. Тик һис тә туҡталырға оҡшамағайны уның һәм ҡатынының өҫтөнә ғәйбәт өйөү. Һуңғы көндәрҙә хатта малайҙың атаһының Кәрим икәнлегенә шикләнеп ҡараусылар күбәйеп китте. Имеш, Зөләйха тыума тапҡан. Имеш, малайҙың атаһы бөтөнләй башҡа кеше. Карамдың ысын атаһын сырамытыусылар ҙа бар икән хатта.
 
Күбеһен Кәримдең ни рәүешле итеп башҡаларҙың төшөнә лә инмәгән ҡиммәтле машина һатып ала алыуы борсой икән. Имеш тә, улар балалар йортонан аҫрауға малай алып, Әсәлек капиталын ҡиммәтле машинаға тотонған. Был фаразды яҡлаусылар шыр ҡыҙҙар араһында йомро ҡара малайҙың пәйҙә булыуын шул рәүешле аңлатып маташа.
 
Кәримде иһә бөтөнләй башҡа мәсьәлә борсой ине. Ул да булһа, улы тыуыуға бәйле тик дүрт кеше, ағалы-ҡустылы Ғәлим һәм Ғәлләм Сынбулатовтар, ҡатыны менән үҙе генә белгән хәл. Барыһынан бигерәк ошо серҙең сиселеренән ҡурҡты Кәрим. Улы Карамға "Тыуыу тураһында таныҡлыҡ” алырға тип район үҙәгенә барғанда ул баш табип Ғәлим Сынбулатовтың янына инеп тә сыҡты. Уны күргәс, баш табип бүлмәһен тултырып хахылданы.

– Ҡотлайым, Кәрим әфәнде, эш тәжрибәмдә бындайын да хәлгә осрағаным юҡ ине әле. УЗИ тыуыр сабыйҙың енесен йыш ҡына яңылыш күрһәтә. Был – ғәҙәти хәл. Ә бына бер үк сабыйҙың бер ай эсендә ҡыҙ һәм малай булып тыуыуы медицина тарихында тәүге тапҡырҙыр...
 
– Уныһы шулай, Ғәлим ағай. Тик бына был хаҡта тик үҙегеҙ генә белһәгеҙ, бик яҡшы булыр ине, тием. Юғиһә ауыл төрлө хәбәрҙәр менән тулды...
 
– Борсолма, Кәрим ҡустым. Беҙҙә һәр табиптың «үҙ зыяраты» ғына түгел, «йәшерен экциклопедияһы» ла бар. Ул серҙәр һандығында ниҙәр генә юҡ. Кешеләр беҙгә үҙенең тәнен генә түгел, йәнен дә, бер кемгә лә һөйләргә баҙнат итмәгән серҙәрен дә ышанып тапшыра. Беҙ ул зыяратты ла, энциклопедияны ла үҙебеҙ менән «теге донъяға» алып китәбеҙ. Донъяла бөтөнләй һөйләргә ярамаған серҙәр ҙә була...
 
Белешмә алырға килгәндә баш табип үҙен бик ҡоро һәм рәсми тотһа, был юлы Кәрим менән йәйелеп китеп, иркенләп һөйләште. УЗИға бәйле бер көләмәс тә һөйләп алды. Имеш, бер ауырлы ҡатын УЗИ-ға барып ҡайтҡас, ире:
– Әсәһе, малаймы, ҡыҙмы? – тип һораған.
– Ана, башҡа ҡатындарҙың ирҙәре УЗИ-ға бергә баралар. Хатта тыуасаҡ балалары менән һөйләшәләр. Ә һин? Шәп булғасың, үҙең бар ҙа ҡара. Әйтмәйем, анһат һиңә, – тип яуаплаған ҡатыны иренә үпкәһен белдергән ҡиәфәттә.
 
Ай самаһы ваҡыттан һуң ҡатын тағы ла УЗИ-ға барған. Буласаҡ атай ҙа уға эйәргән. УЗИ аппаратын тоташтырғандан һуң ир мониторға ҡараһа, әсәһенең ҡарынындағы бала һул ҡулы менән йән ерен ҡаплаған да уң ҡулы менән атаһына йоҙроҡ күрһәтә, имеш...

Ғәлим Сынбулатов менән осрашып ҡайтҡандан һуң Кәрим еңелсә һулыш алып, үҙенә икенсе күҙлектән, ситтән ҡарай башланы. Тик уның улы тыуыуға һәм машина һатып алыуға бәйле ғәйбәт һүҙҙәр бығаса булмаған әрһеҙлек менән тарала башланы. Хәбәр эйәһе менән йөрөмәй. Әммә бер көн килеп махсус рәүештә ғәйбәт таратыусы үҙен фашланы.

Һуңғы тапҡыр булған класташтар осрашыуына биш йыл үткәс, Кәримдең һабаҡташтары тағы ла осрашты, һабаҡташтар үҙҙәрен уҡытҡан башҡа уҡытыусылар, мәктәптә эшләгән хәҙерге коллектив менән рәсми рәүештә осрашып, фотоға төшкәс, класташтар осрашыуының төп өлөшөнә, Һаҡмар туғайына йүнәлде. Кәрим ҡатыны менән улы Карамды ултыртып, йылға буйына «крузак» менән килеп төштө. Барыһының да күҙе дүрт булды. Кемдер биш йыл элекке ваҡиғаны иҫенә төшөрөп:
 
– Ысын ир икәнһең, Кәрим, афарин! Һүҙендә торғанһың бит. Менгән атын ҡарағыҙ әле, класташтар, Аҡбуҙаттың нәҡ үҙе бит, – тип әйтеп һалды.

– Былтыр ул тоҡомдарының «ювелир оҫталығы» йолаһына хыянат итте бит әле, класташтар. Малайы тыуҙы...

Был һүҙҙең авторы, әлбиттә, биш йыл элек Кәрим менән низағлашҡан Сәмиғулла ине. Маҡтаған Себеренән ғаиләһен ҡалдырып ҡайтып, хәҙер ул ауыл эшһеҙҙәренең командаһын тулыландырҙы. Шул уҡ «Тойота»һында йөрөй. Ауыл егеттәре менән урманға сығып араҡы эсеп, машинаһын ҡайынға төкөтөп, уныһы йәмшәйеп, бысранып бөткәйне. Махсус тап килтерергә теләһәң дә улай килеп сыҡмаҫ: уның машинаһы менән Кәримдеке был юлы ла йәнәш тура килгән.

Барыһы ла Кәримде машинаһы һәм улы тыуыуы менән ҡотланы. Тостар әйтелде, һабаҡташтар һәр ҡайһыһы айырым һүҙ алып, һуңғы дүрт йылда өлгәшкән уңыштары хаҡында һөйләне. Был йәһәттән дә иң күп маҡтауҙар һәм хуплауҙар Кәримдең адресына йүнәлдерелде. Барыһы ла туҡтауһыҙ Кәрим дә Кәрим дә тип ҡабатлай торғас, быға тиклем әйтер һүҙен тештәрен шығырлатып уртлап, йотоп торған Сәмиғулла байтаҡ ҡына төшөрөп ҡыйыуланып алғас, бер саҡ телгә килде:

– Ниңә, һеҙ, класташтар, барығыҙ ҙа бер туҡтауһыҙ Кәрим дә Кәрим тиһегеҙ? Унан башҡа беҙҙең арала кеше бөткәнме? Мәҫәлән, авиация университеты профессоры Тәлғәтте, Мәскәүҙә йәшәүсе класташ Мусаны алайыҡ. Улар Кәримдән кәмме ни? Кәримдең уларҙан ҡайһы ере артыҡ?
 
Уның һүҙен күтәреп алыусы булманы. Көлдөләр генә. Шулай ҙа ауыл хакимиәте башлығы булып эшләүсе класташтары Мәсҡүҙә дәғүә белдереүсегә яуапһыҙ ҡала алманы.

– Бер кем дә, бер кемдән дә кәм дә, артыҡ та түгел, Сәмиғулла. Ниңә үҙ башыңа эсәһең? Теге юлы осрашыу ни менән бөткәнен оноттоңмо ни? Табындың йәмен ебәрмә...

– Һеҙ бит үҙегеҙ табындың йәмен ебәрәһегеҙ, Мәсҡүҙә. Бына ошонда беҙ килгәнгә сәғәткә яҡын ваҡыт үтте, бер туҡтауһыҙ бер кешенең исемен генә ҡабатлайһығыҙ. Нимә, әллә Кәрим Алланың ҡашҡа тәкәһеме?

– Ҡашҡамы, тәкәме, эш унда түгел, Сәмиғулла. Бында беҙ һуңғы биш йылда өлгәшелгән уңыштар хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Кәрим һуңғы биш йылда шәхси хужалығында эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса бер кем дә башҡара алмағанды атҡарҙы. Ана, ҡарағыҙ ҡыҙҙарына һәм улына. Ниндәйҙәр улар! Кәрим – хәҙерге заман геройы. Беҙгә унан үрнәк алырға кәрәк, ә тар эсләнеп ултырмаҫҡа...

Сәмиғулла тағы ла нимәлер әйтергә уҡталды ла туҡтап ҡалды. Шунан буҙарҙы, Кәрим һүҙ алырға йыйынғас, бупылдап, ауыҙы эсендә бутҡа бешерҙе. Кәрим һүҙ башланы:

– Һеҙ минән герой яһап ташланығыҙ. Машина һатып алыу ҙа булдымы геройлыҡ? Беҙҙең атай-олатайҙарҙы яҡшы ат менеп йөрөгәндәре өсөн генә батыр тип атамағандар, ил өсөн ҡылған ғәмәленә ҡарап баһа биргәндәр. Был йәһәттән мин бер нимә лә эшләмәнем әле. Хоҙай һаулыҡ бирһә, ауылда эшһеҙ йөрөгән егеттәргә эш урыны ойошторорға ине ниәт. Аҡсаны уны шулай эшләйһең инде: мин ҡулыма килеп эләккән тәүге сумма аҡсаны кеҫәгә лә, банкҡа ла һалып ҡуйманым, тулыһынса эшкә һалдым. Этәргес көскә килгәндә... – Шул саҡ Кәрим Сәмиғулла яғына боролдо. – Сәмиғулла, мин һиңә бөгөн класташтарым алдында оло рәхмәтемде еткерәм. Рәхмәт һиңә! Әгәр ҙә һин теүәл биш йыл элек минең намыҫымды ҡуҙғатмаған булһаң, быларҙың береһе лә булмаҫ ине. Иң ауыр сағымда һине миңә Хоҙай үҙе ебәргәндер...
 
Ошо ергә еткәс, Кәрим туҡталып ҡалды. Тәрән тынлыҡ урынлашты. Класташтары берсә Кәримгә, берсә Сәмиғуллаға ҡарап ҡатып ҡалды. Тынлыҡты буҙарыуы үтеп, ағара башлаған Сәмиғулла боҙҙо.
 
– Кәрим, минең шулай ҙа һиңә бер тәҡдимем бар. Һин шулай ҙа теге «Пусть говорят» тапшырыуын алып барған Андрей Малаховҡа шылтырат әле. Улар ДНК анализы яһай бит. Юғиһә, «ювелир оҫталары» йолаһына хыянат итәһең түгелме? Йомро ҡара малай хаҡында әйтәм... – Сәмиғулла Зөләйханың ҡулындағы Карамға ишараланы.

Кәрим секундтың меңдән бер өлөшөндә башына килгән уйынан осоп китә яҙҙы. Юҡ, бындай ынтылыш ауылда ғәйбәт таратып ятыусының кем икәнен аңлауҙан түгел ине. Хәҡиҡәттең күҙенә туп-тура ҡарағандай булды ул. Шуға күрә һүҙҙәре лә асыҡ һәм ҡәтғи яңғыраны:

– Миңә малайҙы Хоҙай бирҙе, Сәмиғулла. Һиңә бик тә бик кәрәкһә, бар, Хоҙайҙан анализ ал. Уға икеләнеү белдереп, гонаһҡа батҡым килмәй...
Тағы ла тынлыҡ урынлашты. Ара-тирә теле асылып килгән кескәй Карамдың ауыҙ эсенән генә әсәһенә ниҙер әйтеп маташҡаны ишетелде. Был тынлыҡ тағы ла күпмегә һуҙылыр ине икән, уны һабаҡташтарҙың күмәкләп ҡул сабыуы боҙҙо. Сәмиғулла телһеҙ ҡалғайны.
Автор:Алия Даутова
Читайте нас