

"Байрам көтөү кинәнесе байрамдың үҙенән мең артыҡ", - тигән бер аҡыл эйәһе. Яңы йылға һанаулы көндәр ҡалды. Төбәгебеҙгә, ултыраҡтарыбыҙға, урамдарыбыҙға, өйҙәребеҙгә байрам төҫө бирергә ваҡыт! Беҙҙең "Учалы мәғлүмәт үҙәгендә" уңған ҡыҙҙарыбыҙ шыршыны биҙәне, түшәмгә ялтыр-йолтор элде. Әллә ни сығым һәм мәшәҡәте лә юҡ, эммә донъя шундуҡ яҡтырып ҡалған кеүек! ....бик ауыр килде бит 2021 йыл, 2022 күпкә именерәк, шатлыҡлыраҡ булһын, тип теләйек, иншааллаһ!