

"Педагогик оҫталыҡ мәктәбе" республика конкурсы еңеүсеһе ,Учалы районы Сәфәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Абдуллина Айгөл Хәлит ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!Афарин!
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында был марафон сиктәрендә «Педагогик оҫталыҡ мәктәбе» II Республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Был конкурс йыл дауамында барҙы. Ул ябай ғына бәйге түгел, ә аралашыу, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу яланына әйләнде. Конкурсҡа республикабыҙҙың төрлө район ҡалаларынан етмештән артыҡ методик эшкәртмәләр ҡабул ителде. Уларҙың иң уңышлылары жюри алдында презентацияланды, методик йыйынтыҡта донъя күрҙе. Еңеүсе уҡытыусылар тарафынан ойошторолған оҫталыҡ дәрестәрендә 200-ҙән ашыу уҡытыусы үҙ белемен камиллаштырҙы, оҫталығын арттырҙы.Конкурсанттар 6 номинацияла билдәләнде: «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы туған телдә уҡытыуҙа иң яҡшы педагогик тәжрибә», «Мәктәптә туған телде уҡытыуҙа иң яҡшы методика һәм педагогик тәжрибә», «Профессиональ белем биреү ойошмаларында туған телде уҡытыуҙа иң яҡшы методика һәм педагогик тәжрибә», «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен өйрәнеүҙә иң яҡшы методика һәм педагогик тәжрибә», «Туған телдәрҙә үткәрелгән дәрестән тыш саралар буйынса иң яҡшы педагогик тәжрибә», «Туған телде уҡытыуҙа цифрлы белем биреү ресурстарын ҡулланыу буйынса иң яҡшы педагогик тәжрибә». Һәр номинацияның үҙ призерҙары һәм еңеүселәре асыҡланды.