Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Декабрь 2021, 10:10

2022 йылда – 121 көн ял

Шулай итеп, 2022 йылда Рәсәй халҡы – 118 көн, ә Башҡортостан халҡы 121 көн ял итәсәк.

2022 йылда – 121 көн ял2022 йылда – 121 көн ял
2022 йылда – 121 көн ял

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы 2022 йылға производство календарын раҫланы. Планға ярашлы, Яңы йыл каникулы 31 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем дауам итә. Дөйөм алғанда, йылдың тәүге айында 15 көн ял итәсәкбеҙ.

Артабан февраль айында 9 көн ял буласаҡ, шул иҫәптән 23 февраль. Киләһе йылда Ватанды һаҡлаусылар көнө шаршамбыға тура килә һәм унда 1 көн генә ял итәсәкбеҙ. 8 Март байрамы айҡанлы 6-9 март көндәре ял буласаҡ. 5 март шәмбеләге ял көнө 7 март дүшәмбегә күсерелә.

Май айында 1-3 һәм 7-10 май – ял көндәре.

Июндең 11-нән 13-нә тиклем байрам ял көндәре буласаҡ (12 июнь – Рәсәй көнө). Артабан ноябрҙең 4-нән 6-һына тиклем ял итәсәкбеҙ (4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө).

Башҡортостан халҡы өсөн өҫтәмә 3 ял көнө буласаҡ: 2 май – Ураҙа байрамы, 9 июль – Ҡорбан байрамы, 11- октябрь – Республика көнө. Шуға күрә Башҡортостанда май айында 1-4 май ял көндәре булып тора. Ә июлдә 9-11 июль – ял көндәре. Республика көнө шишәмбегә тура килә, унда бер көн ял итәсәкбеҙ.

Шулай итеп, 2022 йылда Рәсәй халҡы – 118 көн, ә Башҡортостан халҡы 121 көн ял итәсәк.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас