Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Декабрь 2021, 09:15

Миҙал алыусыларҙың аҡсаһы арттырыла

"Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булыусы әсәләргә аҡса күләме арта

Миҙал алыусыларҙың аҡсаһы арттырылаМиҙал алыусыларҙың аҡсаһы арттырыла
Миҙал алыусыларҙың аҡсаһы арттырыла

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән әсәләргә премия күләмен 25 мең һумға тиклем арттырыла. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостан Башлығының республика наградаһы тураһындағы указына төҙәтмәләр әҙерләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләргә бирелә. Башҡортостанда йәмғеһе һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булған.

Награда менән бергә аҡсалата премия тапшырыла, элек ул һалым ҡайтармаһы менән 17 241 һум ине. 2022 йылдың 1 ғинуарынан иһә ҡатын-ҡыҙҙарға 25 мең һум түләнә башлай.

Сығанаҡ: "Башинформ"

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-12-14/bash-ortostanda-s-lek-dany-mi-aly-men-n-b-l-kl-ng-n-s-l-rg-premiya-k-l-me-25-me-um-asa-arttyryla-2618930

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас