Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
15 Декабрь 2021, 06:05

Отош башланды!

Бына, ниһайәт, “Аҙна һайын бүләк” уйынына старт бирҙек. 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына йәки тотош йылға яҙылыусылар араһында бүләктәр отторабыҙ.

Отош башланды!Отош башланды!
Отош башланды!

Бына, ниһайәт, “Аҙна һайын бүләк” уйынына старт бирҙек. 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына йәки тотош йылға яҙылыусылар араһында бүләктәр отторабыҙ.
Тәүге еңеүсебеҙ – Алик Моратшин. Алик Сафиулла улы Ҡорама ауылындағы “Исламиә” мәсетенең почетлы имам хатибы. Бүләккә уға көрәк эләкте.
Алик Моратшиндың тормош юлы мажаралы нәфис фильмдағы кеүек мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла. Имам хатиб үҙе лә йор һүҙле, ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡты.
Байтаҡ ваҡыт ғаиләһе менән Алыҫ Көнсығышта Ҡытай сиге буйында, Белорет районының Тирлән ҡасабаһында ғүмер итһә лә, тыуған ауылы Ҡорама барыбер үҙенә тарта. Өҫтәүенә, ауылына ҡайтыу теләген ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Ринат Абдуллин да ҡеүәтләп ебәрә – байтаҡ йылдар буш торған мәсет эшен йәнләндерергә саҡыра.
- Алаһы Тәғәлә барыһын да күреп-белеп тора. Балаларҙы рәнйетмәгеҙ, уларға күстәнәс-маҙар өләшегеҙ, йышыраҡ һөйөгөҙ. Бәләкәстәрҙе ҡыуандыраһығыҙ икән, тимәк, Аллаһы Тәғәлә лә шатлана, - тигән фекерҙә имам хатиб.
Алик Сафиулла улы ҡатыны Нурия Әхмәт ҡыҙы менән 54 йыл бергә ғүмер кисерәләр. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ун биш ейән-ейәнсәрҙәре, дүрт бүлә-бүләсәрҙәре бар.  

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас