Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
15 Декабрь 2021, 06:35

Йәмилә

Был йәш кенә сибәр ҡатын менән дауаханала таныштыҡ. Ул миңә үҙенең тормош юлын бәйән итте. Бәлки, һабаҡ булыр тип, ул һөйләгән тарихты гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәм.

ЙәмиләЙәмилә
Йәмилә

Йәмилә

Таңһылыу Ғүмәрова

Йәмиләнең атаһы Илһам менән әсәһе Нилә икеһе лә төҫкә-башҡа бик матур була. Нилә X класты тамамлағас та юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Яҡшы өлгәшкән, спортты яратҡан тырыш ҡыҙ университетты ҡыҙыл дипломға тамамлай. Тәбиғәте иҫ киткес матур ауылға – Таулыға тәғәйенләйҙәр уны. Мәктәпкә йәш, сибәр уҡытыусы ҡыҙҙың килгәнен ишетеп, егеттәрҙең күҙҙәре уйнай йөрәктәре елкенә.
Студент йылдарында Нилә бар күңелен белем алыуға бирә. Көн дә университет, китапхана, ятаҡ юлын тапай. Ауылға килгәс тә башкөлләй эшкә сума.
8 Март етә. Клубта йәштәр ауыл халҡы өсөн концерт әҙерләй. Нилә лә ҡатнаша унда, оҫта итеп “Заһиҙә”не бейеп, барыһының да һушын ала. Бына сәхнәгә оҙон буйлы, ҡара ҡашлы, зәңгәр күҙҙәренән нур бөркөлөп торған егет – Илһам сыға һәм скрипкала уйнап ебәрә. Шул саҡ Ниләнең йөрәк ҡылдары өҙөлөрҙәй булып тартылып китә. Әйтерһең дә, егет ҡыҙҙың йөрәк ҡылдарында уйнай.
Ике йәш йөрәк, ошо осрашыуҙан һуң бер ай үткәс, өйләнешә. Үтә лә ҡыҙыу, ялҡынлы була шул мөхәббәттәре.
Илһам – Таулы егете, ауыл хужалығы университетын тамамлап, совхозда эшләп йөрөй. Йәштәр үҙ аллы йәшәй башлай, эштән бер-береһен һағынып ҡайта. Бер йылдан уларҙың ҡыҙҙары Йәмилә донъяға ауаз һала. Ҡыҙ бала – тормош сәскәһе бит ул! Бына ул тәпәй баҫа, теле лә иртә асыла. Ҡыҙҙарына ҡарап һоҡланып туя алмай йәштәр. Йәмиләгә ике йәш тулыуға улдары Йәмил донъяға килә. Эй-й Илһамдың ҡыуанғаны! Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, малай дауаханала уҡ йән бирә, баланың муйынына кендеге уралған була. Илһамдың, әйтерһең, ҡанаты һына, ҡайғыһын араҡы менән баҫырға теләп, көн дә эсеп ҡайта. Иҫерек баштан ҡатынына ауыр һүҙҙәр яуҙыра, иртәгәһенә ғәфү үтенә. Нилә түҙә, кисерә. Ҡайғыра бисара ҡатын, улының үлемендә үҙен ғәйепләй. Сөнки төндәр буйы бәйләм бәйләп ултырҙы бит. “Аҙ хәрәкәт иттем, улым һау килеш тыуыр ине”, – тип әхирәтенә лә илай-һыҡтай һөйләй.
Күпме генә дауахана юлында тапамаһын, Нилә ҡабат йөккә уҙа алмай. Ире менән яйлап аралары һыуына. Ҡатын үҙен тулыһынса эшкә бағышлай. Ҡыҙын ҡәйнәләренә ҡалдыра ла мәктәпкә йүгерә. Дәрестән һуң балаларҙы алып ҡала, олимпиадаларға әҙерләй, асыҡ дәрестәр үткәрә. Арманһыҙ булып кискә генә ҡайта, ашарға ла һирәк бешерә. Ә Илһам һалҡын өйгә ҡайтмай, күберәк “дуҫтары” янында була, унан ата йортона барып йығыла. Ата-әсәһенең быға ныҡ эсе боша.
– Улым, ни эшләүең был? Сәскәләй ҡыҙығыҙ үҫеп килә. Уҡыуың, эшең бар, эсеүеңде ташла. Килен яҡшы, талантлы уҡытыусы, эшкә лә маһир. Ярашығыҙ, бергә йәшәгеҙ! Алла бирһә, балаларығыҙ булыр әле, йәшһегеҙ бит, – тип өгөтләп ҡарайҙар.
Илһам әсәһенә, ярай, әсәй, эсмәм, ти ҙә кис тағы лаяҡыл булып килеп тәгәрәй.
Эскенән айнымаған ата, мәктәптән бушамаған әсә... Йәмиләгә әсә наҙы ла, атай иркәләүе лә һирәк эләгә. Әлдә өләсәһе, олатаһы бар. Таң ата ла кис була тигәндәй, көн артынан көн үтә. Йәмиләгә инде өс йәш тула, бөтә нәмәне лә аңлай, матур итеп һөйләшә, өләсәһенә һорауҙар бирә:
– Өләсәй, ниңә атайым гел иҫерек йөрөй? Мине ҡосаҡлап илаған була үҙе. Атайымды эсмәгән сағында ғына яратам, эсһә, ауыҙы һаҫыҡ, – ти.
– Бәләкәс булһаң да, ҙурҙар кеүек һөйләйһең. Бәхеттә генә үҫ инде, балаҡайым, тәүфиҡлы бул, – тип күҙ йәштәрен һөртә өләсәһе.
Бер көн ул:
– Ниңәлер хәлем бөттө, ятып торайым әле, – тип диванға барып йығыла ла тормай. Йәмилә өләсәһенә хәбәр һөйләй, йырлап-бейеп тә ала, ә ул күҙҙәрен асмай тик ята.
Ғәлиә өләсәһенең мәңгелек донъяға китеп барғанын белмәй бәләкәй Йәмилә.
Бер айҙан бабай ҙа әбейенең артынан китеп бара. Илһам “йәшел йылан” менән нығыраҡ дуҫлаша. Ниләгә эскән ирҙең мыжыуҙары, ҡайһы саҡта ҡул күтәреүҙәре, ҡыҙын ҡарашырға ҡәйнәһе булмауы, бигерәк тә ир менән йәшәп тә, ирһеҙ тормошо ялҡыта. Ул район мәғариф бүлегенә барып, үҙен ҡалаға йәки балалар баҡсаһы булған ҙур ауылға эшкә тәғәйенләүҙәрен һорай. Алдынғы уҡытыусының теләген үтәйҙәр. Нилә Белорет мәктәптәренең береһенә эшкә күсә.
Ҡыҙы Йәмиләне аҙналыҡ балалар баҡсаһына урынлаштыра ла башкөлләй эшкә сума әсә.
Йәмилә тәүҙә көндәр буйы илай, өйрәнә алмай ҡаңғыра, әсәһен, өләсәһен, атаһын һағына. Яйлап русса һөйләшергә лә өйрәнә ҡыҙыҡай. Әсәһе ял көндәре генә алып ҡайта, унда ла ҡыҙы менән һөйләшеп ултырмай. Уйынсыҡтар бирә лә үҙҙәре бер матур ғына ағай менән кухняла ҡыҙыл йәки аҡ эсемлек эсәләр, лыбыр-лыбыр һөйләшәләр, шарҡылдап көлөшөп йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнәләр. Йәмиләнең шым ғына аш бүлмәһенә инеп теге эсемлектәргә бармағын төртөп ялап ҡарағаны бар, ҡыҙылы – шәрбәтерәк, ә ағы-ы – ялаһаң, телде яндыра! Ух-х, хас та атаһының ауыҙынан килгән еҫ сыға. Йәмилә өҫтәлдән берәй тәмлекәс ала ла йәһәт кенә уйнаған еренә барып ултыра һәм ҡурсағы менән “һөйләшә-һөйләшә” йоҡлап китә.
Икенсе йылы әсәһе Йәмиләне айлыҡ балалар баҡсаһына илтә, сөнки яңы ире Ғәзиз шулай теләй. Нилә лә килешә уның менән, эштән һуң бала менән ултырыуға ҡарағанда Ғәзизе менән ваҡыт үткәреүе күңелле – һөйөп-һөйөшөп туя алмайҙар. Бер-береһен күреү менән икеһенең дә күҙҙәренән осҡондар сәсрәй, йөҙҙәре ҡояштай балҡый. Мөхәббәттәре ни саҡлы көслө булһа ла, Нилә башҡаса бала таба алмай, ауырға ҡалһа ла, ике айға ла етмәйенсә төшөп тик тора.
Йәмиләгә мәктәпкә барырға ла ваҡыт етә.
Нилә ҡыҙын беренсе көндә генә мәктәпкә алып бара. Башҡа көндәрҙә яңғыҙ йөрөй Йәмилә. Дә­рес­тәр­ҙе лә үҙ аллы әҙерләй, өйҙө лә йы­йыш­ты­ра, ҡа­шы­ғаяҡты ла тап-таҙа итеп йыуа. Ке­йем­дәрен әрһеҙләмәй, бөхтә итеп кейә. Йәнә­шә­һен­дә әсәһе булып та, хәбәрен һөйләп, уға һыйынып, иркәләнеп үҫмәгәнгәме, Йәмилә ҙурайған һайын ҡырыҫлана, үҙһүҙләнә. Ҡайһы саҡта әсәһенә әйтмәй әхирәте менән урамда оҙаҡ итеп уйнап йөрөй, аҙаҡ ҡайҙа, кем менән йөрөүен дә һөйләмәй. Ә үгәй атаһын күрә алмай, уға күҙенең ағы менән ҡарай. Ғәзиз дә ҡыҙҙы яратмай, йылы һүҙ әйтеп, бәләкәс кенә туң йөрәген иретмәй.
Илһам бер нисә мәртәбә төшөндә ҡыҙын күреп уяна. Йәмилә һәр саҡ ҡулдарын һуҙып: “Ата-а-ай, мине үҙеңә ал, һағынды-ым”, – тип йәшле күҙҙәре менән уға төбәлә. Атай кеше ике ҡулы менән башын тотоп: “Башҡаса эсмәйем, үҙем ғәйепле, баланы йәтим иттем, Ниләне рәнйеттем, их-х, кире ҡайтарып булһа ине бәхетле мәлдәрҙе, ҡәҙерен белер инем, терһәк яҡын да бит, тешләп булмай”, – тип уйлай. Нилә ташлап киткәндән һуң нисә тапҡыр шулай ант итте икән? Башы сатнап ярылып, күҙҙәре атылып сығып килгәндәй. Шешәләше һаҫыҡ сәмәй килтереп һонһа, юҡ, тимәй, тамағына һала ла ҡуя. “Былай ярамай! Бөгөндән ауыҙыма ла алмайым! Эх-х, Нилә, ниндәй ярата ине ул мине! Һөйөклөм, эсмә инде, тип күпме күҙ йәштәрен түкте. Ә мин… Ниләнең һөйөүен дә, талантлы уҡытыусы булыуын да танырға телә­мә­нем, етмәһә, көнләштем… Эх-х, “йәшел йы­лан” имән­дәй ирҙәрҙе лә бөгөп һала, тип әсәйем дөрөҫ әйт­кән икән. Ҡәһәр һуҡҡан йыланды еңергә әле мин­дә көс бар, бар! Етте!!! Мин кемдән кәм?” – тип үҙен үҙе сәмләндерә. Уйҙарының осона сыға, ахыры. Ыр­ғып тороп, бер көрөшкә һыуҙы ғор­ҡол­да­тып йотоп, шешәләштәре килмәҫ элек кейенеп, йыл­ға буйына атлай. Битен, ҡулын йыуа ла тауға табан китә. Көнө буйы ялан-ҡырҙарҙы ҡыҙыра Илһам. Уны эҙләп тапмаған шешәләштәре үҙҙәре генә “баш төҙәтә”.
Шул көндө үк кискә табан йәйәүләп ҡалаға китә Илһам. Ике туған ағаһына ап-айныҡ килеп кергәс, уныһы аптырап китә. Һаулыҡ һорашҡас: “Ағай, бөгөн һеҙҙә ҡунып сығайым. Иртә менән тороп эш эҙләйем, ниндәйе булһа ла, сикәнмәйем”, – ти ныҡлы итеп.
– Бирһен Хоҙай, бик яҡшы, – ти ағаһы ҡыуанып.
Ошо көндән үҙен ҡулға ала Илһам. Юғары белемле белгесмен, тип эреләнмәй, урам һепереүсе булып эшкә урынлаша. Тырышып, баш баҫып эшләй, үҙ участкаһын ялт иттереп тота. Араҡыны ауыҙына ла алмай, эскән ирҙәрҙән ары йөрөй. Бер йылдан уны бригадир итәләр. Егәрле, тырыш, һөймәлекле ирҙе ҡаратырға тырышҡан ҡатындар осрай, ләкин Илһам береһенә лә иғтибар итмәй. Уның уйында ла, күҙ алдында ла тик ҡыҙы – Йәмиләһе. “Эҙләп табырға, күрергә, ярҙам итергә, әгәр Нилә риза булһа, алып ҡайтырға. Йән биргәнгә – йүн биргән, тиҙәр бит”, – тип уйлай Илһам. Аҡсаһын әрәм-шәрәм итмәй, йыя бара.
– Ғүмер буйы яңғыҙ кәкүк һымаҡ йәшәргә итәһеңме, өйлән, – ти ағаһы бер барғанында.
– Нилә кейәүгә сыҡҡандыр инде, сыҡмаған хәлдә лә, мине ғәфү итмәйәсәк. Бер кемгә лә күңел ятмай, ағай.
Һүҙгә ҡыҫылмай, шым ғына өҫтәл әҙерләп йөрөгән еңгәһе, Илһамға ҡарап:
– Ҡәйнеш, ғүмерең заяға үтә, эшең, белемең, ауылда өйөң бар. Балтаң һыуға төшкән кеүек йөрөмә. Әле самый донъя көтөр, теттереп йәшәр сағың. Һине бер ҡатын менән таныштырам, бер-берегеҙҙе оҡшатырһығыҙ, тип уйлайым. Һинән ун йәшкә йәшерәк, өйләнһәң – еңгәңде онотмаҫһың, бик “модный” күлдәк алып бирерһең, ризамы? – ти уратып-суратып тормай ғына. – Иртәгә кискә кил, ҡәйнеш, – тип тә өҫтәй.
Килә Илһам. Осрашалар. Һөйләшәләр. Ипле, тотанаҡлы ҡатын. “Төҫө барҙан тө­ңөлмә” тигән боронғолар, төҫкә-башҡа ла сибәр Гөлшат. Ярты йыл осрашып йөрөйҙәр ҙә өй­лә­не­шә­ләр. Туғыҙ айҙан ҡыҙҙары Гөлмира, тағы ике йылдан улдары Илнур тыуа. Улар ауылға, атай йор­тона ҡайтып йәшәй башлай. Еңгәһенә рәх­мәт­тә­рен әйтеп, “модный” күлдәк бүләк итә Илһам.

***
Йәмиләнең тыуған көнө етә. Нилә ҡыҙына бик килешле зәңгәр ерлеккә аҡ борсаҡтар төшкән күлдәк һатып ала. Эй-й, шатлана ҡыҙыҡай, күлдәкте кейеп, көҙгө алдында өйрөлөп-сөйрөлә.
– Әсәй, рәхмәт, – тип Ниләне ҡосаҡлай. Әсәй кеше әллә ни сөсөләнмәй генә:
– Әйҙәгеҙ, тортлап сәй эсәйек, – ти.
Ғәзиз, ирен ситтәрен ҡымтып, беренсе тапҡыр ҡыҙыҡайға бәләкәй генә ҡатырға ҡумта һуҙа, Йәмилә ҡулдарын артҡа йәшерә. Унан бүләк алырға теләмәһә лә, әсәһе:
– Йәмилә, киреләнмә! – тип ҡаты ғына әйткәс, ауыҙын турһайтып, ҡәнәғәтһеҙ генә ҡабул итә. Рәхмәт тә әйтмәй, асып та ҡарамай, ултыртып ҡуя ла, торт менән сәй эскәс, бүләкте тотоп, үҙ бүлмәһенә юллана. Бүлмәһенә ингәс, оҙаҡ ҡына көҙгө ҡаршыһында тора Йәмилә. Көҙгөнән уға моңһоу ғына ҡыҙыҡай ҡарай. “Бөгөн миңә ун йәш, тыуған көнөмдә әсәйем сәсемдән дә һыйпаманы. Ғәзиз ағайҙан күҙен дә алмай, тик уға ғына йылмайып ҡарай. Ниңә мин яңғыҙ? Их-х, өләсәйем мине ярата торғайны! Ике битемдән супылдатып үбеп ала ла ҡосаҡлап көйләй ине. Атайым да ярата ине, тик иҫерек булғас, уға яҡын бармай инем”, – тип бошона үҙе.
Кейенеп, урамға сығырға әҙерләнә башлай. Шулай ҙа башта үгәй атаһының бүләген ҡарарға була.
Ҡумтаны асһа-а... ауыҙын ҙу-ур итеп асып тәлмәрйен ултыра. Ҡыҙыҡай, уйынсыҡ тип уйлап, бармағы менән башына төртөүе була, теге йән эйәһе ҡотһоҙ, йәмһеҙ тауыш сығара. Йәмилә ғәрлегенән дә, ҡурҡышынан да бар көсөнә ҡысҡырып ебәрә һәм ҡумтаны тотоп, бүлмәһенән йүгереп сығып, уны һаман да аш бүлмәһендә кәйеф-сафа ҡороп ултырған әсәһе менән үгәй атаһының алдына ырғыта. Ҡумта эсенән тәлмәрйен һикереп сығып, өҫтәлдәге ҡайнатма эсенә сума. Ғәзиз һыны ҡатып көлә, әсәһе әсе итеп ҡысҡырып ебәрә:
– Был нимә? Ни эшләүең, Йәмилә-ә?
– Был – тәлмәрйен, әсәй! Ғәзиз ағайҙың миңә биргән бүләге!
Йәмилә, һаман тыйыла алмай көлөп ултырған Ғәзизгә ҡарап:
– Бүләгең үҙеңә булһын! Атайым ундай нәмә бүләк итмәҫ ине! – Унан әсәһенә ҡарап өҫтәп ҡуя:– Эх-х, әсәй, әсә-әй... Яратмағас, ниңә тыуҙырҙың мине? Ете йәшем тулғансы балалар баҡсаһында үҫтем, ә хәҙер балалар йортона алып бар, – тип, илай-илай сығып йүгерә.
Бер иренә, бер ҡайнатма эсендәге тәлмәрйенгә ҡарап, Нилә ҡатып ҡала. Унан:
– Ниңә шул тиклем яратмайһың Йәмиләне? Тыуған көнгә шундай бүләк алалармы ни? – тип үпкәләй.
– Ниләкәйем, мин түгел, ҡыҙың яратмай мине. Минең менән һөйләшмәй, турһайып тик йөрөгәс, шаяртайым әле был ҡыҙыҡайҙы тигәйнем, килеп сыҡманы. Ярай, үпкәләмә инде, йәнем. Һине нисек өҙөлөп яратҡанымды беләһең бит, – тип Ниләне ҡосаҡлап ала Ғәзиз.
Һыуға сарсаған гөл кеүек, наҙ, йылы һүҙ, һөйөү етмәгән саҡта осратты бит Нилә Ғәзизде. Уның иркәләүе, татлы теле яралы йөрәгенә май булып яғылды һәм ул да Ғәзизгә мөкиббән ғашиҡ булды. Етешһеҙлектәрен күрмәне, күрһә лә, иғтибарға алманы. Әле лә, Ғәзизде ғәфү итеп, ҡосағында иҙрәне, ҡыҙын онотто.
Ә Йәмилә тыуған көнөндә күҙ йәштәренә төрөнөп, ҡараңғы төшкәнсе урам ҡыҙырҙы, әхирәтенә лә барманы. Бер кемде лә күргеһе килмәне.

***
Ғәзиз менән ҡыҙының бер-береһен күрә алмауҙары нәфрәткә әйләнеп барғанын ныҡлап аңлай Нилә. Ҡыҙы бер яҡтан мыжый, ире икенсе яҡтан һөйөүен тәҡрарлай. Уйламаған уйы ҡалмай. Баламы? Ирме? Ҡайһыһы ҡәҙерлерәк?
Мәктәптә баш баҫып эшләһә лә, көн дә кис күңел торошон хәмер менән йыуғанлыҡтан, әсәлек бурысы, әсә мөхәббәте артҡараҡ күсә килә Ниләнең. Уның күҙен, күңелен Ғәзиздең “мөхәббәт” тигән пәрҙәһе ҡаплай. Һәм Нилә ныҡлы ҡарарға килә: Йәмиләне атаһына – Илһамға илтеп бирергә! Әйҙә тәрбиәләһен ҡыҙын!
Нилә таныштары аша Илһамдың өйләнеп, ауылда йәшәүен, эскеһен ташлап, гөрләтеп донъя көтөүен белә. Йәмилә үҫкән һайын “энәле йомғаҡ”ҡа әйләнә, ләкин күҙгә күренеп сибәрләнә бара. Нилә ҡыҙының “энәләрен” йомшартырға уйламай, ә Ғәзиз, киреһенсә, Йәмиләгә яҡшы мөнәсәбәттә булырға тырыша башлай.
– Йәмиләкәй! Туңдырма килтерҙем һиңә, ҡара әле, ниндәй матур шарф алдым, – тиһенме. Ә инде ун бер йәшенә шундай матур алҡалар тоттора. Йәмилә генә түгел, Нилә лә шаҡ ҡата бындай бүләккә.
“Эсен ярып ҡарарға кеше балыҡ түгел. Әллә... ҡыҙыма “ҡармаҡ һалырға” уйлаймы икән Ғәзиз? Ышан һин уға... “ – тип уйлап, күңеленә шик төшөрә Нилә, ләкин иргә быны һиҙҙермәй. Бишенсене тамамлаған ҡыҙына йәһәт кенә йыйынырға ҡуша.
– Әйберҙәреңде йый, атайыңа алып барам, – ти аямай аптырап ҡалған ҡыҙына.
Йәмилә әсәһенең холҡон белә, әйткән икән, мотлаҡ үтәргә кәрәк!
Нилә ҡыҙын атаһы менән үгәй әсә ҡарамағына ҡалдырып китә.
Илһам Йәмиләне күкрәгенә ҡыҫып һөйә, сәстәренән һыйпай.
– Үҙем эҙләп барырға, алып ҡайтырға уйлап йөрөй инем, – ти.
Ауылда Йәмилә тиңдәш ҡыҙҙар менән таныша, һыу инергә, еләккә йөрөй. Йәйҙең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, 1 сентябрь килеп етә.
Белорет ҡалаһында рус мәктәбендә белем алған ҡыҙға башҡортса уҡыу тәүҙә ҡыйын була, ләкин Йәмилә тырыша һәм алдынғылар рәтенә баҫа. Һеңлеһен дә, ҡустыһын да ҡараша, өйҙә лә ярҙам итә. Үгәй әсәһе Йәмиләне әллә ни өнәп бөтмәһә лә, атаһының яғымлы ҡарашы, яратыуы ҡыҙға йәшәүгә көс бирә. Бер-бер артлы йылдар үтә. Ниләнең Йәмиләне атаһына ҡалдырып китеүенә алты йыл ваҡыт уҙа. Ул һомғол буйлы, ебәктәй һары сәсле, зәңгәр күҙле, нәҙекәй билле сибәр ҡыҙ булып үҫеп етә. Ауылда күп егеттәрҙең күҙе төшә үҙенә, ләкин ҡыҙ береһенең дә хаттарына яуап яҙмай, береһе ме­нән дә осрашмай. Сөнки күршеләрендә генә йә­шә­гән оҙон буйлы, ҡара сәсле, һоро күҙле, үҙенән һи­геҙ йәшкә өлкән егеткә үлеп ғашиҡ. Әрме хеҙ­мә­те­нән ҡайтҡан Айнур Өфөләге мединститутты та­мам­лап, Учалы ҡалаһында табип булып эшләп йөрөй.
Айнурҙың әсәһе Заһиҙә апай менән атаһы Айсыуаҡ ағай – шундай һәйбәт кешеләр, татыу ғүмер кисерәләр, күршеләре менән бер туғандай көн күрәләр.
Күрше түгел, алтын инде улар. Өй һатып алма, күрше һатып ал, тип үтә лә дөрөҫ әйткән боронғолар. Аллаға шөкөр, күршеләренән бәхете бар Илһамдың. Үҙҙәре берәй яҡҡа китһәләр, донъяһына ла, балаларына ла күҙ-ҡолаҡ булалар. Ә Йәмиләне килә-килгәндән алып үгәй әсәһенән тел ярҙамы менән һәр саҡ ҡурсаланы Заһиҙә апай. Шуға ла Йәмилә ныҡ ярата үҙен. “Эх-х, шундай әсәйем булһа ине, ниндәй бәхеттә үҫер инем”, – тип уйлай бәләкәйерәк сағында. Ҙурая биргәс, уның менән һөйләшеп һүҙе бөтмәй. Үҙенең уй-хыялдары менән дә уртаҡлаша. Мәктәпте тамамлағас, актриса буласаҡмын, ти.
Сығарылыш кисәһенән һуң Йәмилә Өфөгә барырға әҙерләнә башлай. Ҡалаға китер алдынан клубҡа сыға. Юлда уға бер кемгә лә һиҙҙермәй генә ғашиҡ булып йөрөгән күршеһе – Айнур осрай. Егетте күреү менән Йәмиләнең ике бите гөлт итеп тоҡана, күҙҙәренән нурҙар һибелә. Айнур Йәмиләнең һылыулығынан өнһөҙ ҡала, ә бит ул ҡыҙҙы бәләкәй, һарыҡай себеш, тип уйлаған. Ныҡлап иғтибар иткәне булмаған.
– Йәмилә, һинме был? Әллә һыу һиптеме атайың? Ни арала шулай үҫеп еттең? – ти шаяртып.
– Мин шул, әллә күҙең күрмәй башланымы, Айнур ағай? – тип Йәмилә лә йылмая.
Егерме биш йәшкә еткән егеттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китә, башы әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғылана, ләкин ҡыҙға үҙенең хәлен һиҙҙермәй.
– Ҡайҙа юл тоттоң? – ти тыныс булырға тырышып. Ә үҙенең йөрәге күкрәгенән атылып сығырҙай булып тибә.
– Клубҡа. Бейеп ҡайтайым тинем.
Ҡыҙҙың күҙҙәре моңһоулана.
– Ә ниңә улай күңелһеҙ генә?
– Сөнки иртәгә имтихан тапшырырға Өфөгә китәм.
– Имтихандар бөткәс, ҡайтмайһыңмы ни?
– Шулай булыуы ла ихтимал. Уҡыуҙар баш­лан­ған­сы ваҡытлыса эшкә урынлашырға уйлайым, – ти ҙә ҡуҙғала башлай ҡыҙ.
– Йәмилә, әйҙә, бергә әҙерәк йөрөйөк урамда, һыу буйындағы ҡуш ҡайын янына барайыҡ, мине ҡартлас тимәһәң, – ти ихлас күңелдән Айнур һәм, Йәмиләнең яуабын да көтмәй, етәкләп ала.
Ысын ишетәмме, тип егеткә һөйөү тулы зәңгәр күҙҙәрен төбәй ҡыҙ. Улар етәкләшеп ҡуш ҡайын янына килә.
– Йәмиләкәйем, китмә бер ҡайҙа ла. Яңғыҙымды ҡалдырма, – тип шыбырлай Айнур, – һинһеҙ мин нисек йәшәрмен? – Һәм ҡыҙҙы ҡәҙерләп кенә күкрәгенә ҡыҫа.
– Айнур ағай... Ә мин бит һине бәләкәй саҡтан уҡ яратам. Һине генә уйлап йәшәнем, – ти Йәмилә лә шым ғына.
Шул уҡ кистә алып ҡайта Йәмиләне Айнур. Ишектән инер-инмәҫтән:
– Әсә-ә-әй, атай, һеҙгә килен алып ҡайттым! – тип һөрәнләй.
Гөрләтеп туй үткәрәләр. Илһам да шатлана ҡыҙының Айнурҙы тормош юлдашы итеп һайлауына. Шул уҡ йылда Йәмилә ситтән тороп юғары уҡыу йортона уҡырға инә, уҡыуын быйыл тамамлай, Аллаһ бойорһа.

***
Йәмилә һөйләп бөткәндән һуң, бер арауыҡ шым ғына ултырҙыҡ. Унан йөрәкте өйкәп торған һорауҙы бирмәй булдыра алманым.
– Йәмилә, балаҡайым, әсәйең тураһында бер ни ҙә әйтмәнең, аҙаҡ үҙен күргәнең булдымы? Килдеме? – тинем.
– Тәүге улым тыуып, бер ай үткәс, килде бер тапҡыр. Беҙ ҡәйнәмдәр менән бергә йәшәй инек.
Мин аптырап та, Йәмиләне йәлләп тә күҙҙә­рем­дән аҡҡан йәштәрҙе һөртәм.
– Апай, ул... ул хәҙер уҡытмай... ул хәҙер эскесегә әйләнгән. Тәүге балам тыуғанда килгән сағында ла иҫерек ине. Мин һөйләшмәй сығып киттем. Ул ҡәйнәм менән ҡалды. Нимә һөйләшкәндәрҙер, белмәйем. Һораманым. Ҡәйнәм дә бер ни әйтмәне.

Бөтә йөрәгем, күңелем менән бәхет теләнем. Бәхетле, парлы булып йәшәһен инде Йәмилә менән Айнур. Балалары ата-әсәле үҫһен. Балалар – ҡатын менән ирҙе бергә бәйләп тотоусы еп бит ул.
Ҡоро елдәр иҫкән сүллектә би­решмәй, сәскә атҡан гөл һин – Йәмилә!

Фото: fb.ru

(Таңһылыу Ғүмәрова беҙгә бик күп хикәйәләр авторы булараҡ таныш. Учалы районының Рәсүл ауылында йәшәй).

 

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас