Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Декабрь 2021, 03:29

Дзюдо буйынса турнир үтте

Яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Дзюдо буйынса турнир үттеДзюдо буйынса турнир үтте
Дзюдо буйынса турнир үтте

Ошо көндәрҙә  Учалы ҡалаһының  спорт мәктәбендә 2009-10 йылда тыуган егет һәм ҡыҙҙар  араһында дзюдо буйынса ярыш утте.  Был турнир Сәләмәт һәм оҙаҡ  йәшәү йылын йомғаҡлау булып тора.  Пандемия сикләүҙәре  булғас,  ситтән спортсылар йәлеп ителмәне, ата-әсәләр ҙә индерелмәне.

 Шәхси беренселектә чемпион булдылар: Инесса Ғәзиева,  Әлиә Хужаева,  Аделина Сәгитова (тренерҙары - Ирина Харисова, 10-сы мәктәп), Радмир Артыҡбаев  ( Артур Гончаров, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ),  Роман Гайбадуллин (Александр Воронцов,  “Буласаҡ яугир мәктәбе”),  Айнур Мөниров, Ислам  Солтанов,  Филдан Рәхмәтуллин  (Фәһим Шакиров, Ҡотой дзюдо, самбо мәктәбе).

Барыһын да ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас