Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Декабрь 2021, 06:23

"Йөрәк кенә әрнеп һыҙлай! Булма атом бомбаһындай!"

Төркөмдәшебеҙ Рамай Ҡаһирҙың бик тә фәһемле шиғыры

"Йөрәк кенә әрнеп һыҙлай! Булма атом бомбаһындай!""Йөрәк кенә әрнеп һыҙлай! Булма атом бомбаһындай!"
"Йөрәк кенә әрнеп һыҙлай! Булма атом бомбаһындай!"
Булма атом бомбаһындай!

Ерҙе ярыр бомбаларҙың
Зәһәр, утлы ҡанатындай.
Үҙ -үҙемә: булма, тимен,-
Үлем сәскән бер атомдай!
Ғүмер һәм шатлыҡ илтеүсе
Булсы йөклө бер ҡатындай.
Донъяға яр һалыр бала, -
Ҡәҙерле ул саф алтындай!
Әле һаман ҡолағымда
Наҙлы бишек йыры сыңлай.
Мәңге тынмаҫ сихри моңды
Һоҡланып бар ғәләм тыңлай!
Шул донъяны шартлат, тиеп,
Ендәр миңә төртә, ымлай.
...Күңел генә ҡаршылаша,
Йөрәк кенә әрнеп һыҙлай!
Булма атом бомбаһындай!!!
 
Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас