

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең начальник урынбаҫары –тәфтиш бүлеге начальнигы подполковник Евгений Закиров менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Евгений Минғәли улы әйткәндәрҙе диҡҡәт менән уҡығыҙ, һәр беребеҙгә ҡағылыуы бар бит.
-Ниндәй төр енәйәттәр арта бара?
-Мәғлүмәт-телекоммуникация системалары менән бәйле енәйәттәр. Бөгөнгө көнгә банк карталарынан урлашыу буйынса 100 енәйәт эше ҡуҙғатылды (былтырғы ошо осорҙан 38 осраҡҡа күберәк) һәм 69-ы, ғәйеплене асыҡлап булмау сәбәпле, туҡтатылып торҙо. Тәфтиш тамамланып 31 эш (+23) судҡа йүнәлтелде. Шулай уҡ мутлашыуҙар буйынса 120 эш ҡуҙғатыла (-10), үрҙә әйткән сәбәп менән 88 эш (-21) туҡтатылып торҙо. Тәфтиш туҡтатылып тороуҙың сәбәбе шул инде –был уғрылыҡтарҙың 85 проценты дистанцион рәүештә, ситтән тороп, хатта, сит илдәрҙән башҡарыла. Бурҙарҙы фашлауы үтә ҡатмарлы, беҙ бит закон билдәләгән сиктәрҙә генә эш итә алабыҙ.
Эске эштәр бүлегендә был төр енәйәттәр менән көрәш өсөн махсус эш төркөмө лә булдырылды, төрлө подразделение вәкилдәре йәлеп ителде. Ошо төркөм быйыл 25 ултырыш үткәреп, иң эффектлы көрәш юлдары эҙләнде. Полицейҙар үҙ вәкәләттәрендәгенең барыһын да эшләр, халыҡ үҙе лә саҡ ҡына уяуыраҡ булһын ине. Заман технологиялары ярҙамында урлашыуҙарҙың барыһында ла тиерлек граждандарҙың үҙҙәренең саманан тыш бер ҡатлылығы, юҡҡа-барға ышанып барыуҙары сәбәпсе! Мәғлүмәт-телекоммуникация системалары менән бәйле енәйәт ҡорбандарының 73 проценты – 59 йәшкә тиклем граждандар, интернет, мобиль элемтә менән актив ҡулланыусылар. Ә ҡалғандар – күпмелер пенсияларын туплаған ағай-апайҙар, әүрәтеү йә буш урында ҡурҡытыуға тиҙ генә ышанып баралар. Ябай ҡына ҡағиҙәләр тураһында күпме яҙылды инде: телефондан кем исеменән генә, нимә тип кенә шылтыратмаһындар, әйткәндәрен тыңлап аҡса күсермәгеҙ, банк картаһы мәғлүмәттәрен бирмәгеҙ, интернеттағы һатам-һатып алам иғландарына ышанып бармағыҙ.
-Заман технологиялары ярҙамында наркосауҙа ла башҡарыламы?
-Быйыл законһыҙ наркотик әйләнешенә бәйле 73 енәйәт эше ҡуҙғатылды (+6), төп өлөштә интернет аша эш итәләр.Заказ яһау, хаҡ түләү дистанцион рәүештә башҡарылһа ла, ситтән тороп килешелгән урынға наркотикты “закладка”ға һалыусылар йыш тотола, оҙаҡ йылдарға иректән мәхрүм ителә баралар. Бындай “закладка” һалыусылар ғәҙәттә шул уҡ интернет аша яллана, иғландарҙа юғары эш хаҡы, ирекле эш графигы, тип әүрәтә торғандар. Шуға ла, ата-әсәләргә иғтибарлы булыр кәрәк, балағыҙҙа кинәт аҡса пәйҙә була башлаһа, ваҡыты-ваҡыты менән билдәһеҙ юғалып ала икән, сәбәбен аныҡлар кәрәк. Наркосауҙа өсөн 14 йәштән үк ғәйепле енәйәт яуабына тарттырыла. Ҡабатлап әйтәм, язалар ҡаты: 228.1-се статья буйынса ғәйепле 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин, шартлы рәүештә хөкөм менән дә ҡотолп булмаясаҡ.
-Мал урлау осраҡтары күпме?
-11 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Күберәк булмағанына шатланыр кәрәктер – райондың ҡайһы яғына ғына барма, бихисап мал ҡарауһыҙ йөрөй! Эйәләренә яуаплыраҡ булырға ине. Көлөрлөк тә, иларлыҡ та хәл: көҙ көнө, эйәһе бәлә һалып килгәс, енәйәт эше ҡуҙғаттыҡ, ваҡыт һәм көс сарыф иттек, ә һыйырҡайы, ике ай ҡайҙалыр йөрөп, хужаһына үҙе ҡайта. Берәҙәк мал урланыу ҡурҡынысы ғына түгел бит әле, юл-транспорт һәләкәтенә сәбәпсе була икән, эйәһе мотлаҡ яуап тота.
-Коронавирус сикләүҙәре тураһында һорауҙы ла урап үтеп булмаҫ. Битлек кеймәгән нисә кешене язаға тарттырҙығыҙ?
-Ғәҙәттән тыш хәл йә ғәҙәттән тыш хәл барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы ваҡытында ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән өсөн (РФ Административ кодексының 20.6.1-се статьяһы) 1 вазифалы кеше, 1 эшҡыуар һәм 488 граждан яуаплылыҡҡа тарттырылды. Режим үҙгәргән һайын талаптар ҙа үҙгәрә бара, былтыр был йәһәттә көсөргәнеш күберәк ине буғай. Үҙебеҙ, әлбиттә, күптән вакцинация үткәнбеҙ, бүлектә бөтә һаҡлыҡ саралары үтәлә.
-Хоҡуҡ һаҡлау органдарында кеше етмәй, тигәнде ишеткән бар, дөрөҫмө?
-Бик көсөргәнешле хеҙмәт инде, бәғзе кешеләр, айырыуса йәштәр, сыҙамай ҙа ҡуйғылай....Бүлектең штаттағы һаны – 188 хеҙмәткәр. Бөгөнгө көндә 26 вакансия буш. Патруль –пост хеҙмәте полицейҙары, участка уполномоченныйҙары, полицей-водителдәр талап ителә. Урынлашыу өсөн талаптар: Рәсәй Федерацияһы гражданлығы, кәмендә тулы урта белем, 40 йәштән олораҡ булмау, хөкөмгә тарттырылмау һәм эске эштәр органдарында хеҙмәт итергә сәләмәтлек ирек биреүе. Бөтә теләгәндәр туранан-тура шәхси состав менән эш бүлегенә мөрәжәғәт итһен.
-Хөкөм ителмәгән булыу эшкә урынлашыу өсөн шарт, тинегеҙ. Ә берәй граждан ҡасандыр административ яуаплылылыҡҡа тарттырылған икән?
-Һәр кандидат индивидуаль рәүештә ҡарала. Миҫал өсөн –берәйһе яңылыштан светофорҙың ҡыҙыл утына яңылыш атлаған булһа – бер мәнәсәбәт, ә кемдер иҫерек көйөнсә руль артына ултырып административ язаға тарттырылған булһа, ундайҙар, әлбиттә, беҙгә кәрәкмәй.
-Милиция ветерандарының, беҙгә иғтибар кәмене, тигәндәрен ишетергә тура килгеләне...
-Беренсенән, һәр береһен ихтирам итәбеҙ, әммә мәгәр пандемия сиктәр ҡуйҙы шул - байрамдарҙа ла кеше йыйып тантана үткәрмәйбеҙ әлегә, тәү сиратта, ололарҙың үҙҙәренең һаулығын хәстәрләп. Икенсенән, 2021 йыл август айында эске эштәр бүлегенең ветерандар советы рәйесе вәкәләттәрен һалды. Әлеге ваҡыт яңы кандидат эҙләнә, эш тиҙҙән яйға һалынырҙыр. Әйткәндән, музейыбыҙ ҡәҙимге режимда эшләй, эксурсия башҡарырға теләүселәр ваҡытын шәхси состав менән эш бүлегендә килешергә тейеш.
-Яңы йыл байрамдары һеҙгә көсөргәнешле эш дәүерелер инде?
-Эйе, көсәйтелгән режимға күсәбеҙ. Башҡаһынан тыш, магазиндарҙа хәмер сауҙаһы сикләнгән ваҡытта контрафакт, суррогат спиртлы эсемлектәр менән кәсеп итеүселәрҙең әүҙемләшеүе көтөлә. Күпме кеше ағыуланыуы мөмкин! Барыһын да иҫкәртергә кәрәктер: законһыҙ рәүештә алкоголь менән сауҙа иткән өсөн тәү тапҡырҙа апаруҡ административ шраф (30-50 мең һум) менән ҡотолоу мөмкин булһа, икенсе тапҡырҙа – мотлаҡ енәйәт эше ҡуҙғатыла. Быйыл иллегә яҡын административ, дүрт енәйәт эше асылды. Был кәсепкә ҡаршы көрәште халыҡ ярҙамы менән генә уңышлы башҡарыу мөмкин: кемдер законһыҙ рәүештә хәмер һатыуын белһәгеҙ, участка уполномоченныйына, ауыл хакимиәтенә хәбәр итегеҙ йә тура “02” телефоны буйынса шылтыратығыҙ. Ғөмүмән, байрамдарҙы иҫән-аман ғына үткәреп ебәрәйек инде, яҡташтар! Шул уҡ байрам шыршыларын да законлы рәүештә генә алығыҙ, “Шыршы -2021” операцияһы бара бит. Бер-беребеҙҙең байрам кәйефтәрен ҡырырға тура килмәһен.