

Учалы районында бөгөнгө көн 521 вакансия, йәғни буш эш урыны иҫәпләнә. “Көнсығыш” район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Учалы районы буйынса филиалының бүлек начальнигы Галина Сайфуллина хәбәр итеүенсә, беҙҙә әле иң талап ителгән һөнәрҙәр - водитель, кондуктор, шәфҡәт туташы, ашнаҡсы, тегенсе, һатыусы, слесарь, йыйыштырыусы, электрик. Районыбыҙ шулай уҡ уҡытыусыларға һәм табиптарға ҡытлыҡ кисерә.
Эшләгәнгә генә эш ҡарышмай түгел, эҙләгәнгә лә эш йәшеренмәй. Галина Ивановна әйтеүенсә, йыл башынан “Стиль” үҙәге менән берлектә 4 эш йәрминкәләре ойошторғандар, бер йәрминкә махсус рәүештә физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн үткәрелә. Бынан тыш, мәшғүллек үҙәге филиалы бинаһында 5 мини-йәрминкәгә ситтән олпат эш биреүсе преприятилар саҡырылған – “Аркада” (Ишембай), “КамАЗ” (Ср Саллы), “Урал” автомобиль заводы” һәм башҡа. Вакансиялар менән ентекләп таныштырыу, эш биреүселәр менән әңгәмә ҡорорға форсат биреүҙән тыш, мәшғүллек даирәһендәге бөтә дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтелә, шул иҫәптән – психология һәм һөнәрҙәр буйынса белгестәрҙең консультациялары, ниндәй һөнәргә әүәҫлек-ынтылышты аныҡлау өсөн компьютер диагностикаһы аша үткәреү һәм башҡа.
Граждандарға адреслы-социаль ярҙам (АСПК) тураһында яҙғаныбыҙ булды. Был программа сиктәрендә эшһеҙ булып теркәлгән һәм аҙ тәьмин ителгән граждандарға эш эҙләгәндә, һөнәри әҙерлек үткәндә йә шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә тотонғанда ярҙам күрһәтелә. Теүәл эш эҙләүҙә ярҙам турайһында айырым яҙһаҡ, Учалы филиалы АСПК буйынса ла 30 яҡташыбыҙға берәр йәшәйеш минимумы күләмендә түләү башҡарған.
Белешмәләр алыу өсөн телефон - +7 (34791) 6-25-95