

Учалы эске эштәр бүлегенә 31 йәшлек яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры мөрәжәғәт итә: кемдер магазиндарын төндә талаған.
Асыҡланыуынса, 31 йәшлек, быға тиклем дә хөкөм ителгән яҡташыбыҙ иртәнге 6 тирәләрендә магазинға ҡаҙанлыҡ аша, пластик ишекте емереп инә. Видеокамералар тороуын күреп ҡалған йә алдан белгәндер инде – танырлыҡ булмаһын өсөн шунда уҡ урланған капюшонлы куртканы кейә, битлек таға, хатта, кроссовкиларҙы алмаштыра. Һуңынан ашыҡмайынса ғына эш итеп, кассанан 6 мең һум аҡсаны,кәнфит-фәлән сәлдерә.
БР Эске эштәр министрлығындағы видеояҙманы ҡараныҡ, ысылнлап та танырлыҡ түгел. Шулай ҙа маскарад ярҙам итмәне, полицейҙарыбыҙ бер-нисә сәғәттән тотто үҙен. Урланғандың бер өлөшөн кире ҡайтарһа, ҡалғанын хәмер һәм закускаға тотоп та өлгәргән, ти.
РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса эш ҡуҙғатылды (бина йә һаҡлағыс эсенә законһыҙ рәүештә үтеп башҡарылған уғрылыҡ), максималь яза – 5 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү. Кәнфит менән һыйланыу бик ҡиммәткә төшмәксе.