Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
21 Декабря 2021, 08:29

Ике-өс көн дауам итәсәк әле

Ишелеп ҡар яуа

Ике-өс көн дауам итәсәк әлеИке-өс көн дауам итәсәк әле
Ике-өс көн дауам итәсәк әле

Ишелеп ҡар яуа. Синоптиктар фаразы буйынса,  ике-өс көн дауам итәсәк әле.

Әле үҙебеҙ шаһит булдыҡ, ҡала урамында бала менән китеп барған йәш ҡатындың башына ҡыйыҡтан саҡ ҡар төшмәне.  Ҡар саңына күмелделәр, әммә, шөкөр, ярты метрлап ситтәрәккә тура килде.

Эйе, ҡар йомшаҡ, шулай ҙа башҡа төшә башлаһа, һис тә оҡшамаҫ!

 

Ярар, көн яманы үтер.  Иң мөһиме - "Тышта буран булһа булһын, өйҙә буран булмаһын".

 

1. "Китәм" тиеп ник әйтәһең
Күңелгә һағыш һалып?
Китһәң алыҫ, китәһең бит
Ярты йөрәгем алып...

припев:
Аңлашып йәшәйек әле
Үкенескә ҡалмаһын.
Тышта буран булһа булһын,
Өйҙә буран булмаһын.

2. Был донъяға беҙҙең ғүмер
Бер генә тапҡыр килә.
Айырылғас ни булырын
Тик Хоҙай ғына белә.

3. Яҙмыштарҙа яңылыштар күп-
Ашыҡма, уйлап ҡара.
Ҡабат яңылыш, ҡабат һағыш
Ғүмер бит уҙып бара.

https://pesni.guru

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас