

Ваҡыт ниңә алға ашығаһың,
Ҡабаланма, көт һин аҙ ғына?!
Йәшлегемдең шундай матур мәле,
Туҡта әле, туҡта саҡ ҡына!
Бала - саҡта үткән һуҡмаҡтарға
Алып барсы, зинһар, ғүмеркәй.
Бер минутҡа ғына ҡайтҡанда ла
Иһ, ҡыуаныр ине күңелкәй!
Әсәкәйем, һиңә бер һыйынып
Ултырырға ине, иһ, бергә.
Һин бешергән мейес икмәктәрен
Булһа икән әгәр тәмләргә!
Бөгөн инде үҙем ҡыҙлы әсәй
Һәм тейешмен донъя йәмләргә.
Юлды ҡыя ләкин ғәйбәтселәр,
Ғәҙелһеҙлек тейә сәмдәргә!
Ғүмер сәғәттәре алға атлай,
Бирешмәйем, көтә һынауҙар.
...Көслө рухлы ғына түҙеп йәшәр,
Көсһөҙҙәре юлда һынырҙар!
Рәфиә Хөснуллина. https://vk.com/id612735061