Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Декабрь 2021, 04:49

Өс йылға хөкөм ителде

Инспектор ришүәтселек һәм мутлашыуҙа ғәйепләнде  

Өс йылға хөкөм ителдеӨс йылға хөкөм ителде
Өс йылға хөкөм ителде

Учалы район суды тарафынан  элекке  юл-патруль хеҙмәте инспекторына ҡарата енәйәт эше ҡаралды.

 

Был инспектор 2020 йылдың  май-июнь айҙарында Учалы ҡалаһында йәшәгән бер  ҡатындан 3 һәм 4 мең һум ришүәт алыуы асыҡланған, ти.  Автомобиль менән  идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булараҡ та, район биләмәләрендә  машина йөрөтөү мөмкинлеге һаҡланыу менән әүрәтелә. Әлбиттә, законһыҙ рәүештә. Ә инспекторҙәң хеҙмәт бурыстарына бындай ҡылмыштарға юл ҡуймау инә.

Бынан тыш, бер яҡташыбыҙ автомобиль руле артына иҫерек  ултырып тотолған була,  административ  эш мировой судҡа ебәрелә.  Инспектор 2019 йылдың сентябрь айында был кешенең башын бутай: йәнәһе лә, минең аша мировой судьяға ҡиммәтле смартфон алып бирһәң,  эште ҡарау оҙаҡҡа һуҙыласаҡ  һәм туҡтатыласаҡ, тип алдаша.

 Суд ултырышында инспектор был ҡылмыштарын танымаған, ти.

Инспектор ике статья буйынса ғәйепле тип табылған: 291.2-се статьяның 1-се өлөшө (10 мең һумға тиклем ваҡ ришүәт алыу) һәм 159-сы статьяның  3-сө өлөшө (вазифаны файҙаланып башҡарған мутлашыу). Сығанаҡ - http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=218.

 Һөҙөмтәлә  инспектор 3 йыл һынау ваҡыты менән 3 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде, 50 мең һум штраф та түләргә тейеш.

 

 Һуңында шуны билдәләйек:  ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре  енәйәт яуаплылығына  тарттырылып тора икән,  был инспекторҙар  торғаны бер ришүәтселәр, тигәнде һис тә аңлатмай. Киреһенсә!   Муттар яза ала бара икән, тимәк,  закон боҙоуҙарға ҡаршы  аяуһыҙ көрәш йәйелдерелгән. Ә эштәре үтә көсөргәнешле, хеҙмәткәрҙәр һаны аҙ, автомобилселәр артҡандан арта бара.

 Ришүәт алыусы ғына түгел, ришәүт биреүсе лә енәйәтсе икәнлекте онотмағыҙ, яҡташтар. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен  теүәл күҙәтһәгеҙ, үрҙә яҙғандай  йәмһеҙ хәлдәргә бер кем дә ҡалмаҫ.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас