Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
22 Декабрь 2021, 04:47

Аҡбура тауында булғанығыҙ бармы?

“Бәләкәй ҡалалар – ғәжәп ҡомартҡылар” проекты тормошҡа ашырыла

Аҡбура тауында булғанығыҙ бармы?Аҡбура тауында булғанығыҙ бармы?
Аҡбура тауында булғанығыҙ бармы?

“Бәләкәй ҡалалар – ғәжәп ҡомартҡылар” ( «Малые города – удивительные достопримечательности») проекты сиктәрендәге мәҡәләләр конкурсында Учалы Туризм, экскурсиялар һәм  тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге педагогы һәм тәрбиәләнеүселәре  бер-нисә номинация буйынса призлы урындар алалар.

Шул иҫәптән, “Турист һүҙе” номинацияһында:

1-се урын  – Рәйлә Фәхретдинова ( өҫтәмә белем биреү педагогы), Аҡбур тауына маршрут тураһында хикәйә.

2-се урын – Есения Кәримова, Ирәмәл тауына  менеү тураһында хикәйә.

3-сө урын – Дамир Фазылов, Учалы  еренең тәбиғәте, хикәйәттәре тураһында хикәйә.

“Фотогенично” номинацияһында:

2-се урын – Айҙар Әфләтүнов, Вознесенка, Әпсәләм ауылдары тураһында хикәйә.

3-сө урын – Рушана Байғарина, Әй йылғаһына маршрут тураһында хикәйә.

“Беҙҙең Урал” (“Наш Урал”) интернет-порталы  Екатеринбург ҡалаһында урынлашҡан, бөтә Уралыбыҙҙы берҙәм туристик селтәргә әйләндереү буйынса  был проектын РФ Президенты грантына башҡара.

 

Телгә алынған проекттың төп йүнәлеше – бәләкәй  ҡала һәм ултыраҡтарҙағы кешеләрҙе  туристарҙы йәлеп итерҙәй ҡомартҡыларын  айырып күрергә һәм  заманса пропагандаларға өйәртеү, был эштә һәр яҡлап булышлыҡ итеү. Проект Свердловск, Ырымбур, Төмән өлкәләрендә, Пермь крайында уңышлы тормошҡа ашырылған. Хәҙер сират Силәбе өлкәһе һәм беҙҙең Башҡортостанға ла етте.

Заманына күрә бик тә кәрәкле эш! Күптәребеҙ  сит илдәргә сәйәхәт ҡылып та,  йәшәгән төбәктәге тәбиғәт һәм тарих ҡомартҡыларын белеп етмәйбеҙ бит! Интернеттта  был турала мәғлүмәттәр киң таратыла икән, ситтән килеп ҡарарға теләүселәр ҙә артыр. Бына әйтәйек, Аҡбура тауын беләһегеҙме?  Оят булһа ла таныйыҡ,  әлегә тиклем ишетергә тура килгәне юҡ ине....

   Үрҙә әйткән конкурста беренсе урын алған Рәйлә Рәмил ҡыҙының эшенән өҙөк килтерәбеҙ:

“Сентябрь айына  синоптиктар фараз ҡылды – көндәр йылы торасаҡ, ямғыр көтөлмәй. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынырға, тәбиғәтебеҙ менән берегергә  был үҙе лә этәргес көс булғандыр.  Учалы Туризм үҙәге хеҙмәткәрҙәре был форсатты ысҡындырманы, үҙебеҙгә лә кинәнес, ҡалған сәйәхәтселәргә лә тағын да бер юл күрһәтәйек.

Аҡбура тауына маршрутты һынап ҡарарға булдыҡ. Миндәк ҡасабыһы тирәһендәрәк, Ҡарағужа ауылынан 2 километр төньяҡтараҡ ята ул. Исеме башҡорттарҙың “аҡбур” һүҙенән сығыуы ихтимал. Тау тоҡомдары аҡһылт бит, фәҡәт аҡбурҙы хәтерләтәләр. Тау итәгендәге  аҡлан да “Эзбиз яланы” тип атала. Аҡбураның  икенсе топонимы – “Үрәҙе”.

“Форд” микроавтобусында Ҡаҙаҡҡол күперен үтеп , уңға урман юлына боролабыҙ. Шундуҡ ҡарашыбыҙға Аҡбур тауының  күҙ яуын алырлыҡ армыттары һәм мәһабәт түбәһе асылды.  Тауҙың көньяҡ армыты итәгендә йәйәүле маршрут башлана ла инде. Юғарыраҡ күтәрелә барған һайын тирә-йүн күренештәре киңәйә, күркәмләнә бара. Ниһайәт, бер тынала  Аҡбурҙың  түпәһенә лә  үрмәләп еттек – диңгеҙ кимәленән 818 метр бейеклек!  Бындай үрҙән  ғәжәйеп матур панорама асыла: Миндәк йылғаһы  үҙәне, Оҙонгүл һәм Мисәле күлдәре ялтырап ята,  яҡында һәм алыҫта  -Уралым тауҙары, мәғрүр  Ҡурташ та күгәреп күренә...  Тау биттәрендә ағас юҡ, һалҡын елдәрҙән ышығыраҡ, уйһыуыраҡ урындарҙа ғына ағас-ҡыуаҡ һирәк-һаяҡ үҫә алған.

 Саҡ ҡына тамаҡ ҡапҡылап алғас, һырт буйынса  төньяҡҡа хәрәкәт итеп, урман аша Ҡарағужа ауылына сығабыҙ.  Бында, Миндәктең ҡушылдығы Мазара йылғаһы  яры буйында ҡайнар аш ойошторҙоҡ. Ҡайтышлай  йәнә бер ғәжәп үҙенсәлекле  ҡомартҡыға һоҡланмай үтеү мөмкин түгел, ул да булһа  Миндәк карьеры. Беҙ һынаған турист маршрутының һуңғы туҡталышы – Зәйнәкәй ауылындағы  Советтар Союзы Герой Александр Серебрянниковтың музейы.

 Аҡбур тауына турист маршрутын һеҙ ҙә үтеп ҡарағыҙ, үкенергә тура килмәҫ!”

Башҡа конкурсанттарҙың да эштәрен  киләһе һандарҙа өлөшләтә булһа ла сығарырбыҙ.  Тыуған төйәгебеҙҙе тәү сиратта үҙебеҙ белергә тейешбеҙ!

 

Илфат ЯНБАЕВ

Белешмә өсөн – “Туризм, экскурсиялар һәм  тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге” өҫтөмә белем биреү буйынса муниципаль автоном учреждениеһы 1989 йылдан бире эшләй. Адрестары: Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы, 7 (Учалы тарих-төбәкте өйрәнеү музейы бинаһы), телефон: +7(34791)-6-30-49 . Бәйләнештә социаль селтәрендә төркөмдәре - https://vk.com/pohody_uchaly

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас