Төлкөләр йыш күренә
Борсоулы сигнал
- Байтаҡ хәбәр ишеттек – нишләптер ауылдарҙа төлкө күренеү осраҡтары йышаған әлеге мәлдә.
Сәбәбен төҫмөрләүе ҡыйын түгел – мал һуйғанда ауыл халҡы ырғытған ҡалдыҡтар менән һыйланырға киләләрҙер. Һәр хәлдә үҙебеҙ нәҡ шундай шарттарҙа абайланыҡ ерән мәхлүкте. Киске эңерҙә ҡәҙимге эт тип тә уйлар инек, ҡабарынҡы ҡойроғо менән үҙен танытты. Айт-һайт тауыш сығарғанға лә әллә ни иҫе китмәне, саҡ ҡына ситкә йүгерҙе лә, артабан ни булыр, тип күҙәтергә тотондо.
Мәҙәк хәл түгел бит был!. Баҡһаң, район ветеринария станцияһы ай башында уҡ власть органдарына белдереү яһаған: районыбыҙҙа төлкөләр һаны, уларҙың ултыраҡтарға инеү осраҡтары артҡан. Ҡотороу таралыҙы иҫкәртеү өсөн төлкөләр һанын көйләргә, һунарсылар бригадалары ойошторорға тәҡдим иткәндәр.
Учалы ветстанцияһы начальнигы урынбаҫары Самат Әлхәмов түбәндәге кәңәштәрен бирҙе:
-ҡырағай йәнлек менән йорт хайуандарының контакттарына юл ҡуймаҫҡа;
-эттрегеҙ ҡотороуға ҡаршы прививкаланған булырға тейеш;
-төлкө күрәгеҙ икән, бер осраҡта ла яҡынлашмағыҙ;
-үҙҙәрен сәйер тотҡан төлкөләр тураһында шундуҡ ветеринарҙарға хәбәр итергә кәрәк ( 6-12-16, 6-12-56);
-төлкө үҙегеҙҙе тешләп-тырнап өлгәрһә, кисектермәй мединцина ярҙамы саҡыртырға.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда ҡотороу буйынса 6 именһеҙ пункт иҫәптә тора. Учалыла түгел, әммә ҡырағай йәнлектәр ҡурҡыныс вирусты бик алыҫ таратырға һәләтлеләр