

Рәсәйҙә ковидҡа коллектив иммунитет кимәле 59,4% еткән. Бөгөн журналистар менән ҙур матбуғат конференцияһында президент Владимир Путин «Интерфакс» агентлығынан журналистика ветераны Вячеслав Тереховтың вакцинация тураһында һорауына шулай тип яуап бирҙе.
Уның һүҙҙәренсә, 59,4% – ауырыған һәм прививка эшләткән рәсәйҙәрҙең дөйөм иммунитеты.
«Илдә 70 миллиондан ашыу кеше вакцина алған. Әммә был ғына етмәй, беҙҙә коллектив иммунитет кимәле 80% булырға тейеш», – тип билдәләне дәүләт башлығы.
2022 йылдың беренсе кварталы аҙағында йәки 2022 йылдың икенсе кварталында ошо күрһәткескә өлгәшербеҙ, тигән ышанысын белдерҙе ул.
Башҡортостанда әлеге ваҡытта халыҡтың 60% ашыуына прививка яһалған. Ауырығандарҙы ла иҫәпкә алып, республикала коллектив иммунитет 70% яҡынлашып килә.
"Башинформ"
https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-12-23/putin-r-s-y-kovid-a-kollektiv-immunitet-kim-le-59-4-2632070