Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Декабрь 2021, 04:15

Байрам көндәрендә хәүефһеҙлек саралары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары алдынан хәүефһеҙлек саралары буйынса  террорға ҡаршы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын үткәрҙе.

Байрам көндәрендә хәүефһеҙлек сараларыБайрам көндәрендә хәүефһеҙлек саралары
Байрам көндәрендә хәүефһеҙлек саралары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары алдынан хәүефһеҙлек саралары буйынса  террорға ҡаршы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын үткәрҙе.

- Башлыса, Яңы йыл саралары әле башланып тора. Мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында  шыршы байрамдары бара.  Ғинуар каникулдарын иҫәпкә алғанда,  яҡынса 200- ләгән байрам сараһы көтөлә. Унда 300 мең тирәһе кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Был көндәрҙә бөтә хеҙмәттәр ҙә берлектә эшләргә тейеш. Барыһы ла сикләүҙәрҙән, пандемиянан арыны, кешеләр байрамды тойорға, яҡшы итеп ял итергә тейеш, - тине Радий Хәбиров.

Ултырышта бөтә көс структуралары етәкселәре ҡатнашты.Улар ир- егеттәр командалары араһында волейбол буйынса  донъя чемпионатын үткәргән ваҡытта террор ғәмәленә ҡаршы хәүефһеҙлек саралары  хаҡында ла фекер алышты. Турнир матчы  киләһе йылда, 26 августан һәм 11 сентябрға тиклем  Өфөлә һәм Рәсәйҙең 9 ҡалаһында уҙасаҡ.

Ултырышта шулай уҡ террорға ҡаршы муниципаль райондарҙың комиссияларының эшенә йомғаҡ яһалды.

Сығанаҡ - https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-12-23/bayram-k-nd-rend-h-ef-e-lek-saralary-2632436?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420

Автор:
Читайте нас