

Озерный ауылында байрамдарҙы бик матур башлап ебәрҙек. 22 декабрь Яңы йыл шыршыһын асыу тантанаһы гөрләп үтте. Мәктәп уҡыусылары, “Йәйғор” балалар баҡсаһы сабыйҙары, хатта, оло кешеләр ҙә рәхәтләнеп күңел астыҡ.
Ә 24 декабрь һаулыҡтары сикләнгән балаларға район хакимиәте башлығының бүләктәре тапшырылды. Ҡыш бабай, Миндәк хакимиәтенең төп белгесе Рүзилә Абдрахманова, китапхана мөдире Гөлназ Мостафина һәм Озерный фельдшер пунктынан Гөлнара Алтынбаевалар Түләбәевтар ғаиләһенә барып, Ильясты ҡотланыҡ.
Ошолай матур башланған оҙайлы байрамдарҙың аҙағы ла хәйерле булырҙыр, иншааллаһ!
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы