Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Декабрь 2021, 06:02

Илнур, шөкөр, иҫән!

Ҡайҙа булғанлығы тураһында әлегә хәбәр ителмәй.

Илнур, шөкөр, иҫән!Илнур, шөкөр, иҫән!
Илнур, шөкөр, иҫән!

Был хаҡта "Башинформ" белдерҙе: " Учалы ҡалаһынан 38 йәшлек йырсы һәм музыкант Илнур Ҡәләмов табылған. Ул ата-әсәһе менән бәйләнешкә ингән, иҫән-һау. Был хаҡта яҡындары социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Уның ҡайҙа йөрөгәнлеге тураһында әлегә хәбәр ителмәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, артист 25 ноябрҙә юғалғайны. Ул музыка студияһында эшләгән. Йырлай, йырҙар яҙа, аранжировкалар эшләй. Артист республикала «Юлдаш йыры» проекты буйынса ла билдәле.

Һуңғы тапҡыр уны Учалы районы Ураҙ ауылында күргәндәр. Телефонын юғалтҡан. Туғандары полицияға ғариза яҙған. Илнурҙы эҙләүҙә ирекмәндәр ҙә ҡатнашты".

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас