Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
27 Декабрь 2021, 03:18

"Бар халыҡҡа һаулыҡ менән бәрәкәт бир, Юлбарыҫ!!

Яңы йыл шиғыры

"Бар халыҡҡа һаулыҡ менән бәрәкәт бир, Юлбарыҫ!!"Бар халыҡҡа һаулыҡ менән бәрәкәт бир, Юлбарыҫ!!
"Бар халыҡҡа һаулыҡ менән бәрәкәт бир, Юлбарыҫ!!

Юлбарыҫ йылы.

Быйылғы ҡыш була тиҙәр,
Ҡарлы, буранлы, ҡырыҫ.
Ана, бурандар уйнатып,
Сабып килә юлбарыҫ!
Көн буйына югерекләп
Эштән ҡайтҡанда арып.
Үҙенең көс - ғәйрәттәрен -
Бирһен беҙгә юлбарыҫ!
Үҫһен үлән, еләк - емеш,
Уңһын бойҙай һәм арыш.
Һәр кешегә ҡот килтерһен
Был яңы йыл - юлбарыҫ!
Үҙ - үҙемә әйтәм һәр саҡ:
"Бул түҙемле һәм тырыш!"
Бар халыҡҡа һаулыҡ менән
Бәрәкәт бир, юлбарыҫ!
Урап үтһен ауырыуҙар,
Ҡайғы, хәрәм һәм һағыш.
...Йылдың һәр бер көнө булһын, -
Беҙгә хазина, табыш!

 

 Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас